

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, быйыл 10 ноябрҙән сауҙа залы майҙаны мең квадрат метр һәм унан ҙурыраҡ булған магазиндарға, шулай уҡ башҡа стационар сауҙа объекттарына ковидҡа ҡаршы вакцина һалдырыу тураһында сертификаты, алты ай эсендә коронавирус менән ауырыу йәки ковидҡа лаборатор ПЦР-тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе менән бергә бирелгән прививка яһатырға ярамау тураһындағы белешмә ҡағыҙы булған кешеләр генә инә ала.
Мәғлүм булыуынса, 1 декабрҙән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға, пансионаттарға һәм ял йорттарына урынлашҡанда ла ошо уҡ документтарҙы тапшырырға кәрәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147397.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147397.html