Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
5 Ноябрь 2021, 07:30

Яңы штамдар сирҙе ауырайта

“Өйҙә ҡыҙым, кейәүем, ике ейәнем көтә, бик һағындым үҙҙәрен. Хоҙайға шөкөр, вирусты еңеп сыҡтыҡ,” – ти Вячеслав Усков.

Яңы штамдар сирҙе ауырайтаЯңы штамдар сирҙе ауырайта
Яңы штамдар сирҙе ауырайта

“Ҡыҙыл зона”ла хәл көсөргәнешле. Ауырыуҙар күпләп килә, өҙлөгөүҙәрҙән үлем осраҡтары юғары. Һөйөнөслө мәлдәр ҙә булып тора. Бына  55 йәшлек ир бөгөн госпиталдән сығырға әҙерләнә. Үпкәһенең 20 проценты зарарланған булған, өҫтәүенә  бөйөрө трансплантация кисергән. Әлбиттә, был хәл сирҙе ныҡ ҡатмарлаштыра. Бөтә иммунитет күсереп ултыртылған органдың эшмәкәрлегенә ярҙам итеүгә китә. Ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү, грамоталы дауа пациентҡа сирҙе еңергә булышҡан.

“Өйҙә ҡыҙым, кейәүем, ике ейәнем көтә, бик һағындым үҙҙәрен. Хоҙайға шөкөр, вирусты еңеп сыҡтыҡ,” – ти Вячеслав Усков.

Өфөнөң 18-се дауаханаһы ауыр сирлеләрҙе ҡабул итә. “Ҡыҙыл зона”ла көн һайын 500 пациент дауалана. Ҡырҡы – бик ауыр хәлдә. Урын һәм аппараттар етерлек, ти реанимация бүлексәһе мөдире Айрат Вәлиәхмәтов.

“Рәсәйгә яңы штамдар килеүе менән сир барышы ауырайҙы. Сир тиҙ үҫешә, кислородҡа бәйле пациенттар арта,” – ти ул. Ҡала поликлиникалары күҙгә күренмәгән фронттың алғы һыҙығында. Яңы тулҡын медицина учреждениелары эшмәкәрлегенең ғәҙәти эш режимын үҙгәртте.  Поликлиникалар  ике зонаға бүленгән.  Сир билдәләре булған пациенттар өсөн инеү урыны айырымланған.  Республикала 8 300-ҙән ашыу кеше ауырый, меңгә яҡыны стационарҙарҙа дауалана.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Яңы штамдар сирҙе ауырайта
Яңы штамдар сирҙе ауырайта
Автор:
Читайте нас