Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
1 Ноябрь 2021, 05:00

"Барыһын да еңеп сығырбыҙ!"

"Йоҡларға, бешерергә һәм уҡырға". Республика Башлығы карантин көндәрен нисек үткәрергә тәҡдим итә?

"Барыһын да еңеп сығырбыҙ!""Барыһын да еңеп сығырбыҙ!"
"Барыһын да еңеп сығырбыҙ!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров карантин мәленә бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Карантиндың икенсе көнөнән һүрәтләмә. Тағы бер аҙна өйҙә булабыҙ. Ә мин эшмәкәрлегемде дауам итәсәкмен, бурыстарымды үтәйәсәкмен. Әммә карантин көндәрендә өйҙә булырға тырышырға тейешбеҙ. Был ғәмәлгә ауырһынып ҡарарға ярамай, мин ыңғай ҡабул итәм.

Өйҙә рәхәтләнеп өс нәмә эшләргә мөмкин — йоҡларға, бешерергә һәм уҡырға. Мин бөгөн аш-һыу әҙерләүҙе һайланым, сөнки яҡындарымды ашатыу – ҙур ҡыуаныс. Ғаиләм ҙур түгел, шуға табын янына дуҫтарым, ярҙамсыларым да йыйыла. Өҫтәлдә бер нәмә лә ҡалмай. Ә ит һәм помидорҙы теләк булғанда гел табырға була. Барыһы ла бар, теләк кенә кәрәк. Ғаиләңә, яҡындарыңа кинәнес килтереү теләге.

Һәр кемдән ошо ете көндө ыңғай тәьҫораттар менән үткәреүҙе, бергә булыуҙарын, рәхәтләнеп аралашыуҙарын һорайым. Тәбиғәт тә беҙгә шундай ғәжәйеп мөмкинлек бирә.

Үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, бәхетле булығыҙ! Йорттарығыҙға тыныслыҡ һәм именлек! Борсолмағыҙ, барыһын да еңеп сығырбыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Нуретдинова
"Барыһын да еңеп сығырбыҙ!"
"Барыһын да еңеп сығырбыҙ!"
Автор:
Читайте нас