

Республика клиник дауаханаһында яттыҡ, табиптар көнө-төнө эргәбеҙҙән дә китмәй, бик иғтибарлы дауаланы, аяҡҡа баҫтырҙылар. Унан үҙәк район дауаханаһында реабилитация үттек. Барлыҡ табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтем сикһеҙ.
Нисек ҡотолорға был афәттән? Коллектив иммунитет булдырып ҡына ҡотолоп була, ти табиптар. Мин уларға, вакцина уйлап тапҡан ғалимдарға ышанам. Мин прививка яһаттым, үткәргәндә бер ҡыйынлыҡ һиҙмәнем. Вакцинаның бер файҙаһы юҡ, ул зыянлы тигән фекерҙәргә ҡолаҡ һалмағыҙ. Әлегә ҡәҙәр ҙә вакцина яһатыу халыҡты ҡурҡыныс сирҙәрҙән ҡотҡарған. Айырыуса оло йәштәге кешеләрҙе вакцина эшләтергә өндәйем. Теләһә ниндәй һүҙгә түгел, ғалимдарыбыҙға, табиптарға ышанайыҡ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.