Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Октябрь 2021, 12:37

Сертификат формаһы яңыра

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау тураһындағы сертификат формаһын раҫлаған. Был турала бойороҡ 8 ноябрҙән ғәмәлгә инә.

Сертификат формаһы яңыра
Сертификат формаһы яңыра

Алдан алынған сертификаттар дәүләт хеҙмәте порталында автомат рәүешендә 1 мартҡаса үҙгәртеп биреләсәк.

Документта вакцина яһатҡан кешенең исем-шәрифтәре, тыуған көнө, енесе, йәшәү урыны һәм прививкалау буйынса документ эшләнгән көн яҙыласаҡ.

Әлбиттә, QR-код өсөн урын да билдәләнә. Һәм ҡасан, ниндәй вакцина ҡаҙатыу, ревакциналау, сирҙе үткәреү йә вакцина яһатырға ярамағанлығы тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә.

Сертификат электрон формала төҙөлә, уны ҡағыҙға сығарып та була. 

Фото: ТАСС.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Сертификат формаһы яңыра
Сертификат формаһы яңыра
Автор:
Читайте нас: