Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Октябрь 2021, 09:15

Талаптар көсәйтелде

12 октябрҙән коронавирус инфекцияһына ҡаршы сикләүҙәрҙең икенсе этабы үҙ көсөнә инде. Асҡын районында талаптарҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында рейдтар үтә.

Талаптар көсәйтелде
Талаптар көсәйтелде

Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, коронавирус инфекцияһына ҡаршы сикләүҙәрҙең икенсе этабы үҙ көсөнә инде.

Уға ярашлы, сауҙа үҙәктәре, шәхси милектәге музей, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарында һәм ҡала-яны поездарында тик коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау тураһындағы сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә ауырыу үткәреү йә 27 октябргә тиклем кире ПЦР-тест һөҙөмтәһе тураһындағы белешмәләр булырға тейеш.

Республика етәксеһенең күрһәтмәһен үтәү маҡсатында районыбыҙҙың ведомство-ара комиссияһы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән бергә сауҙа үҙәктәренә һәм башҡа йәмәғәт урындарына рейд менән сыҡты.

Бөгөндән, 13 октябрҙән, алып Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе индерелә.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.

Наилә Имаева.

 

Талаптар көсәйтелде
Талаптар көсәйтелде
Талаптар көсәйтелде
Читайте нас: