Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Октябрь 2021, 10:00

Күршеләрҙә мотлаҡ вакцинация индерелә

Шул уҡ ваҡытта бында сирләү осраҡтары беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ.

Күршеләрҙә мотлаҡ вакцинация индерелә
Күршеләрҙә мотлаҡ вакцинация индерелә

Татарстанда граждандарҙың айырым категорияларына мотлаҡ вакцинация индерелә.

Мотлаҡ прививка яһатырға тейеш:

60 йәштән өлкәндәр;

медицина, мәғариф ойошмаларында һәм социаль учреждениеларҙа эшләүселәр;

транспорт, энергетика ойошмалары, сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы предприятиелары эшселәре;

хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре;

дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр;

производство практикаһы үткән студенттар;

хеҙмәтләндереү өлкәһе эшселәре:— сауҙа, дөйөм туҡланыу,— спорт учреждениелары, бөҙрәхана, мунсалар,— банктар, почта, транспорт, такси,— элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетика,— музейҙар, театрҙар, кино, концерт һәм күргәҙмә залдары, китапханалар,— ҡунаҡханалар, күңел асыу үҙәктәре, балалар лагерҙары, туризм ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары,— дарыуханалар, ветеринария клиникалары.

6 декабргә тиклем ойошмаларҙың эшселәре прививканың ике компонентын да эшләтергә тейеш. 9 ноябрҙән вакцинаның тәүге компонентын яһатмағандар эштән ебәреләсәк. Мотлаҡ вакциналау табип күрһәтмәһе бирелгән кешеләргә ҡағылмай. Татарстандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 60 йәштән оло йәштәгеләр өсөн күсмә вакциналау ойоштормаҡсы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Күршеләрҙә мотлаҡ вакцинация индерелә
Күршеләрҙә мотлаҡ вакцинация индерелә
Автор:
Читайте нас: