Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Октябрь 2021, 12:32

Коронавирусҡа бәйле бөгөн яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде

Балтаста ошо сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейд үтте.

Коронавирусҡа бәйле бөгөн яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде
Коронавирусҡа бәйле бөгөн яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде

Балтас районы хакимиәте эргәһендәге комиссия ағзалары ойошма һәм учреждениеларҙа коронавирус ауырыуына ҡаршы киҫәтеү саралары үтәлешен тикшерә.

Район Мәҙәниәт һарайында хеҙмәткәрҙәрҙең дежур тороуы ойошторолған. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Мулланурова прививка сертификаты кодын махсус ҡушымта аша тикшерә. Мәҙәниәт һарайына сертификатһыҙ инеү тыйыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәм килеүселәрҙең битлектә йөрөүе даими тикшерелә, кабинеттар график буйынса елләтелә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелә.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Коронавирусҡа бәйле бөгөн яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде
Коронавирусҡа бәйле бөгөн яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: