

Фәрзәнә Ғайфулла ҡыҙы 1966 йылдың 5 октябрендә Иҫке Бағаҙы ауылында тыуған. Уның хеҙмәт юлы Бөрө медицина училищеһын тамамлағандан һуң башлана. Дипломлы белгес юллама буйынса Бағаҙы профилакторийына эшкә ҡайта.
1989 йылда уны Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына постҡа шәфҡәт туташы итеп күсерәләр. Тәжрибәле хеҙмәткәр үҙ эшен яратып башҡара. Ул һәр ваҡыт ауырыуҙарға, дуҫтарына, туғандарына ярҙамға килергә әҙер.
Район дауаханаһында 32 йыл хеҙмәт итеү дәүерендә ошо тыйнаҡ, мөләйем ханым хеҙмәттәштәре араһында оло хөрмәт яуланы.
Тормош иптәше Альберт менән ҡыҙҙары Диананы тәрбиәләйҙәр.
Фәрзәнә Ғайфулла ҡыҙы, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙҙан ихлас теләктәрҙе ҡабул итегеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Люция Карамова.