

Ҡандың ҡуйырыуы арҡаһында эске органдарҙың кислородҡа мохтажлығы арта, тромбтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡан иркен рәүештә тамырҙар буйлап йөрөһөн өсөн ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итә тәжрибәле табиптар.
Күберәк һыу эсегеҙ, хәҙер кешеләр һыу урынына төрлө газлы эсемлектәр, һуттар эсергә әүәҫ. Өлкән кеше тәүлегенә 2-2,5 литр һыу эсергә тейеш. Балаларығыҙҙы ла һыу эсергә өйрәтегеҙ. Тәбиғи һыу – тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртеүсе иң яҡшы сара.
Ҡанды шыйығайтыу өсөн ошо аҙыҡтарҙы файҙаланырға мөмкин: зәйтүн һәм етен майҙары, алма уксусы, һарымһаҡ һәм һуған, лимон, көнбағыш орлоҡтары, сөгөлдөр, какао, балыҡ һәм балыҡ майы, томаттар, һоло бутҡаһы, ҡурай еләге, сейә, ер еләге, имбир. Ошо аҙыҡ-түлектең бер нисәһе көндәлек рационда булһын, тип кәңәш итә белгестәр.
Ҡандың ҡуйырыуына сәбәпсе аҙыҡтарҙы ла һанап үтәйек: итле һурпа, колбаса, ыҫланған аҙыҡтар, аҡ икмәк, гөлйемеш, ҡара миләш, банан, манго һәм күп кенә дарыу үләндәре (шуға күрә табиптар файҙалы тип һаналған үләндәрҙе даими эсергә ҡушмай, бары курс менән эсеүҙе тәҡдим итә). Шулай уҡ ҡан ҡуйырмаһын өсөн тоҙҙо самалап ҡулланыу, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмау, тәмәкенән ваз кисеү яҡшы буласаҡ.
Хәрәкәттә – бәрәкәт! Йәйәү йөрөгөҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә беҙҙе күп бәләләрҙән йолоп ҡалыуы ихтимал.
Ҡандың ҡуйылығы уның балауыҙ һымаҡ йәбешкәк булыуы хаҡында һөйләй. Йәбешеүсәнлек күтәрелеүенә күп факторҙар йоғонто яһай: тамырҙарҙың зарарланыуы, бауыр функцияһының боҙолоуы, ҡан составы үҙгәреүе һәм башҡа күп төрлө үҙгәрештәр. Хәҙер ҡандың ҡуйылығын кәметеү өсөн препараттар ҙа етерлек, бары медицина анализдары нигеҙендә табиптар менән кәңәшләшеү кәрәк.
Фото:postila.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-28/andy-uyyryuy-ni-h-efle-2522528?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500