

Башҡортостанда табиптарға һәр вакцина яһатҡан пациент өсөн 200-әр һум аҡса түләргә уйлайҙар.
Табиптарға дәртләндереүсе түләүҙәр тураһындағы ҡарар проекты Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында баҫылып сыҡҡан. Проекттан күренеүенсә, был түләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорға ҡағыла. Документта әйтелеүенсә, 200 һумдың 40 һумы пациенттың ирекле рәүештә ризалығы һәм анкетаһы, 80 һумы – вакцина яһатҡан өсөн, ҡалған 80 һумы прививка алдынан пациентты тикшереүе һәм күҙәтеүе өсөн һалынған.
Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан башҡарыласаҡ. Аҡса эш хаҡы менән бергә район коэффициентарын иҫәпләп түләнәсәк.
Фото:”Башинформ”.