

Светлана Зәйнәғетдинова, Үрге Һөйән мәктәбе директоры:
- Әйтергә кәрәк, белем биреү учреждениеларында эшләү йоғошло сирҙәр йоктороу ҡурҡынысы юғары булған эштәр исемлегенә инә һәм мотлаҡ рәүештә профилактик прививкалар ҡаҙатыуҙы талап итә.
Айгөл Дәүләтшина, Озерки урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиәләү эше буйынса урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Мин бөтәһе лә вакцинация үтергә кәрәк, тигән фекер яҡлы. Директор урынбаҫары булараҡ, мәктәптә уҡыусылар өсөн дә, педагогтар, атай-әсәйҙәр өсөн дә мөмкин ҡәҙәр хәүефһеҙ булыу менән ҡыҙыҡһынғанмын.
Гөлнара Нурғәлиева, Кәрзә урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы:
- Вакцинация ирекле нигеҙҙә үтә. Әммә, бөгөнгө хәлдәге коронавирус инфекцияһының сираттағы тулҡынын туҡтатыу өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Раушания Ахунова, Ҡортлокүл урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы:
- Бар кешегә лә прививка яһатырға кәрәк, сөнки мәкерле инфекцияны йоктороу ҡурҡынысы аҙыраҡ була.
Татьяна Гробова, Әртәкүл урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы:
- Вакцинацияға барыу өсөн минең туғандарым өсөн борсолоу ҙа этәргес булды. Әсәйемә 73 йәш, уның янына барып булышып йөрөү өсөн дә вакцинация мөһим ине.
Резеда Хәйруллина, Ҡараяр урта мәктебенең тарих, йәмғиәт белеме уҡытыусыһы:
- Ҡыҙым Өфөлә ковид госпиталендә эшләй, уның күҙ алдында көн һайын кешеләр үлә. Ул да миңә прививка яһатырға кәңәш итте. Үҙем дә прививка яһатып, коронавирус йоктороуҙан ҡурыҡмайынса тыныс ҡына йәшәргә ҡарар иттем.
Люция Карамова.