Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
8 Сентябрь 2021, 15:05

Вакцинация - пандемияны еңеүҙең берҙән-бер юлы

Реанимацияла ятҡандар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина яһатҡан кешеләр юҡ. Әммә сирлеләр дауаханала күп, коридорҙа ятҡандар ҙа бар.

Вакцинация - пандемияны еңеүҙең берҙән-бер юлыВакцинация - пандемияны еңеүҙең берҙән-бер юлы
Вакцинация - пандемияны еңеүҙең берҙән-бер юлы

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән "тура бәйләнеш"е бара. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа ҡарарға була.

Тәүге һорауҙар, аңлашылыуынса, коронавирусҡа, битлек кейеүгә, вакцинацияға бәйле булды.

– Беҙ йыл ярым ауыр пандемия шарттарында йәшәйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Беҙ яйлап ҡына халыҡ өсөн уңайһыҙ булған шарттарҙы ҡыҫҡартыуға табан барабыҙ. Проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – вакцинация, – тине Радий Хәбиров.

Башлыҡ менән "тура бәйләнеш"кә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге табибы Ленара Шәрифуллина сыҡты. Уның белдереүенсә, реанимацияла ятҡандар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина яһатҡан кешеләр юҡ. Әммә сирлеләр дауаханала күп, коридорҙа ятҡандар ҙа бар. Шуға күрә үҙебеҙҙе һҡларға һәм вакцинация яһатырға кәрәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-08/vaktsinatsiya-pandemiyany-e-e-e-ber-n-ber-yuly-2497187?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас