Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
13 Июль 2022, 15:32

Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Кирәй Мәргәнгә таҡтаташ асылды

Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес

Районыбыҙҙың Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында күренекле башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы, ғалим Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы Кирәевтың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан ул донъяға килгән өй нигеҙендә таҡтаташ асылды. Кирәй Мәргән — оло ғалим һәм яҙыусының псевдонимы.
Таҡтаташ асыу сараһында мәртәбәле ҡунаҡтар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле,  журналист,  шағир һәм тәржемәсе,  «Аҡбуҙат» журналының  баш мөхәррире Лариса Абдуллина, тарихсы-ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының  һәм  Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүр Ғәлимов ҡатнашып, Кирәй Мәргән тураһында бик күп һөйләне, уның ижадын һәм тормош юлын хөрмәт менән иҫкә алды. Шулай уҡ сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламов, Кирәй Мәргәндең туғандары һәм ауылдаштары ҡатнашты. Таҡтаташ ҡуйылған йортта әлеге көндә Кирәй Мәргәндең әсәһе яғынан туғандары йәшәй.
Ҡунаҡтар Шәйехзада Бабич исемендәге музейҙа ла булды. Бирелә Кирәй Мәргәнгә арналған бүлек бар. Музей эшен алып барыусы Әлфиә Фаил ҡыҙы Зарипова ҡунаҡтарҙы Әхнәф Нурый улының шәжәрә ағасы, уның китаптарынан әҙерләнгән күргәҙмә һәм стенд менән таныштырҙы.
Юбилей саралары йыл башынан уҡ башланғайны. Мәктәптәрҙә Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үткәрелде. Райондың үҙәк китапханаһында ойошторолған әҙәби кисә юбилей сараларына йомғаҡ яһаны. Килгән ҡунаҡтар тамашасыларҙы Кирәй Мәргәндең ижады менән таныштырҙы, уның башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, Рәсәй әҙәбиәтенә индергән өлөшө тураһында һөйләне, уның төрлө яҡлап та һәләтле, илһөйәр һәм телһөйәр булыуын барыһы ла телгә алды. Ысынлап та, Әхнәф Нурый улы — яҙыусы ла, фольклорсы ла, журналист та, педагог та, әҙәбиәтсе-ғалим да, мәшһүр һүҙ оҫтаһы ла. Ул барыһы өсөн дә ижад итә: ололар өсөн документаль әҫәрҙәр, балалар өсөн хикәйәләр яҙа, башҡорт халыҡ әкиәттәренән йыйынтыҡ сығара. Кирәй Мәргәндең ижадында драматургия ла ҙур урын биләй. Сара барышында райондың крайҙы өйрәнеү китапханаһы белгестәре Фидания Хәмиҙуллина менән Ләлә Әхмәтгәрәева Кирәй Мәргәндең “Шомбай” комедияһын сәхнәләштерҙе. Музыкаль яҡтан кисәне Илфаҡ Арысланов биҙәне. Ижад кисәһе бер тында, юғары нотала үтте. Кирәй Мәргән — тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес. Беҙ, мишкәләр, уның менән хаҡлы ғорурланабыҙ һәм уның ижады алдында баш эйәбеҙ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: