Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, башҡорт журналисы, шағир һәм тәржемәсе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, тарихсы-ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флюр Ғәлимов Кирәй Мәргән тураһында бик күп һөйләне, уны иҫкә алды. Унан һуң үҙәк район китапханаһында Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы матур сара уҙғарылды. Мишкәләр үҙҙәренең билдәле шәхестәрен онотмай. Афарин!
Лилиә Хәсәнова.