Ниндәйҙер сәбәп менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Борай районының Ҡузбай ауылындағы йөҙйәшәр Фәһимә Ғәзизйән ҡыҙы Әхмәҙуллинаның тормош юлы буйынса илебеҙҙең ХХ быуат тарихын тергеҙеп булыр ине. Тормош әсеһен күп татыған ул, йәберләүҙәрҙе лә күп кисергән, әммә “ил күргәнде күрҙек инде” тип, тыуған еренә, уның халҡына үпкә һаҡламайынса, ғүмере буйына иленә тоғро хеҙмәт итеп, игелекле балалар тәрбиәләп, йәшәй биргән.
Маңлайыңа яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай, ти халыҡ. Ниҙәр яҙыла шул... Яҙмыш, тәҡдир тигәнде кеше һайлап ала алһа икән дә, яҙылғанды һыҙып ташлаһа икән. Ҡузбай ауылының белемле, дин белгеслегенә хатта дипломы булған Ғәзизйән мулла (атаһының ошо дипломын Фәһимә ағинәй иң ҡәҙерле аманат итеп һаман һаҡлай) һәм ғәрәпсә, татарса уҡый-яҙа белгән, аҡыллы, сибәр, уңған Мәрзиә абыҫтайҙың беренсе, көтөп алған сабыйы була Фәһимә. Уның артынан тағы ла һеңлеһе һәм ҡустыһы тыуа. Алты ғына, ни бары алты ғына йыл бергә йәшәп ҡалалар, илебеҙ тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған репрессия балтаһы ғаилә ебен өҙә. Бына ошо сәйәси золом ҡорбаны була Ғәзизйән мулла. Төпсөк сабыйҙарына алты ғына ай булғанда, Ғәзизйәнде һөргөнгә һөрәләр, Мәрзиәне өс балаһы менән урамға ҡыуып сығаралар, өйҙәрен һүтеп, бүрәнәләрен күмергә яндыралар. Ни өсөн? Улар ниндәй яуызлыҡ эшләгән? Быны бер кем дә аңлата алмай.
Ни генә кисермәй Ғәзизйән мулланың ғаиләһе. Аслыҡ-яланғаслыҡ, өйҙән-өйгә йөрөүҙәр, һалҡын мунсаларҙа ҡуныуҙар... Теҙ сүкмәй Мәрзиә. Ғәзизйәндең ҡайтыуына ышана ул. Тырнаҡ осо ҡәҙәр генә лә ғәйебе булмаған ирҙе нисек итеп тотҡонда тотһондар инде? Ҡулында бит өс сабыйы ла бар. Ауылынан ситкә сығып киткән бер кешенең ташландыҡ, ергә һеңеп бөткән тиерлек, тәҙрәләрендә быялаһы булмаған, таҡта ҡағылған емерек йортонда йәшәргә рөхсәт алалар. Борайҙан быяла күтәреп ҡайтып, өйҙө төҙөкләндереп сыға Мәрзиә.
Фәһимәнең уҡыу йәше етә. Мәсеттән мәктәп эшләһәләр ҙә, балаларға унда уҡырға урын етмәгәнлектән, 1924-1925 йылғы 25 уҡыусы ике йыл дауамында бер өйҙә уҡырға мәжбүр була.
Башланғыс дүрт класты ҡыҙ тыуған ауылында тамамлай. Балалар бәхетенән аталары төрмәнән әйләнеп ҡайта. Нуриман районында урман киҫкән Ғәзизйән мулла.
– Беҙ бит әле кеше өйөндә торабыҙ. Әсәй бик күп емеш йыя ине. Борайға баҙарға йәйәү барып, шуларҙы һатып, аҡсаға әйләндереп, Ҡузбайҙа Муллағәли исемле бабайҙың мунсаһын һатып ала. Артабан уның эсен таҙартып, аҡбур менән ағартып, күтәрмәһен сыбыҡтан үреп мендерә лә, беҙ ошо мунсала йәшәй башлайбыҙ. Атай шунда ҡайта ла инде, – тип һөйләне Фәһимә әбей. – Беҙ колхозда эшләй башланыҡ. Атай ике ат менән һабан һөрә. Элек тауҙар ҙа һөрөлә ине, балам. Шунан сәсеүгә, бесән сабырға йөрөнө. Көҙ етте, эй ашлыҡ уңды инде.
“Ир-ат булған йорттоң йәме бар, ашар аштарының тәме бар”, тип яҙған бер шиғырында Рауил Шаммас. Ғәзизйән ҡайтҡас, Мәрзиәнең дә, балаларҙың да тормош көйләнә, тамаҡтары туя, иртәгеһе көнгә ышанысы барлыҡҡа килә. Тик тағын күпһенә яҙмыш уларҙан бәхетте. Әсе золом елдәре йәнә ишек ҡаға. Был 1937 йылдар була. Бер көндө милиция хеҙмәткәрҙәре килеп, өйҙәрен тар-мар килтерә башлай, ниндәйҙер сәбәп эҙләгәндәр кеүек... Шулай сәбәбе булмаһа ла, Ғәзизйәнде йәнә ҡулға алып, Борайға алып китәләр.
Уҡыуын Фәһимә Борайҙа, олатай-өләсәйҙәрендә йәшәп, дауам итә. Һеңлеһе Хәлиҙә әле уҡырға ла кермәгән, туғыҙ йәшлек ҡустыһы сирләп вафат була.
Нисек кенә ауыр булмаһын, Фәһимә уҡыуын ташламай. Шул уҡ ваҡытта атаһына «передачкалар» ҙа йөрөтә. Шул алып килгән аҙыҡ-түлекте нисек кенә тикшермәгәндәр: ашты бутайҙар, икмәкте киҫкеләп бөтөргәндәр. Бер нисә көндән инде Фәһимәнең атаһын Бөрө ҡалаһына алып китәләр, артабан тағы ҡайҙалыр ебәрәләр, ғаиләһе белмәй ҙә ҡала. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң ғына «Май-Губа» тигән Киров тимер юл станцияһынан хаттар килә башлай.
Фин Совет Социалистик Республикаһына уҡ урман киҫергә ебәргән булып сығалар Ғәзизйән мулланы. Артабан атаһының: «Беҙҙе 10 йылға хөкөм иткәндәр...», тип яҙылған һуңғы хаты килә. Шунан һуң хәбәр-хәтере юғала (Фәһимә әбейҙәр Өфө архивына мөрәжәғәт итеп, тикшереүҙәр һорағас: «Этапирован в Донецкую область» тигән яуап килә һәм шуның менән Ғәзизйән мулланың эҙҙәре юғала).
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Фәһимә Борай урта мәктәбендә уҡый. Класташтарын фронтҡа алалар, һуғышта һәләк булыусылары ла, хәбәрһеҙ юғалыусылары ла бар. Шул йылдарҙа, Фәһимә әбей әйтеүенсә, ҡыш бик һалҡын һәм ҡарлы килгән, шуға күрә мәктәптә лә ныҡ һыуыҡ була: ҡара шешәләре туңа, тәҙрәләр ҡар булып ҡата. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, 10-сы класты уңышлы ғына тамамлап, ике ай уҡытыуға әҙерләнеп, урта белемде Борай мәктәбендә алған ҡыҙ үҙенең тыуған ауылына эшкә ҡайта. Һәм бөтә ғүмерен ошо мәктәптә балаларға белем, тәрбиә биреүгә бағышлай.
1943-1944 йылда уны Таңатар ауылына татар телен уҡытырға ебәрәләр. Унда башланғыс кластар уҡытыусыһын алмаштырып, ике класты бергә уҡыта Фәһимә Ғәзизйән ҡыҙы. Борайға уҡытыусылар конференцияһына барғас, мәғариф бүлеге мөдиренә тыуған ауылын, әсәһен, һеңлеһе Хәлиҙәне бик һағыныуын әйтә, бәхетенә, мөдир Фәһимәне Ҡузбай ауылына мәктәпкә эшкә ҡайтара.
Педагогик белемде – башланғыс мәктәп уҡытыусыһы дипломын Бөрө педагогия училищеһында уҡып ала. 1949-1950 йылдарҙа күрше Боҫтанай ауылы мәктәбендә 5-се класс асылғас, татар теле, математика, физкультура, рәсем, йыр дәрестәрен уҡытырға йөрөп эшләй.
1947 йылда Ҡузбай мәктәбенә директор булып эшкә ебәрелгән Яхъя Ниғмәтйәнов менән 1950 йылда ҡауышалар.
– Тормош иптәшем тырыш, булдыҡлы, бик талапсан уҡытыусы һәм директор булды. 41 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә, ошо һөнәргә йәне-тәне менән үҙен бағышлап, “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы һәм дәрәжәле исемгә лайыҡ ине. Уның менән 49 йыл бергә матур йәшәнек. Ул 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Игелекле өс бала үҫтереүебеҙгә ҡартлыҡ көндәремдә шөкөр итәм, – тип һағыныу хисе менән һөйләне Фәһимә ағинәй.
Бөгөн Фәһимә Әхмәҙуллина ҡыҙы Фәйрүзә тәрбиәһендә йәшәй. Уның теләктәре изге, күңеле таҙа, йөрәге саф.
Венера Арысланова.
Борай районы.