Был исемдәр — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ һәм хөрмәт билдәһе. Улар — Ватанды һаҡлауҙың, батырлыҡтың, ныҡлыҡтың үрнәге. Улар — тарихтың тере шаһиттары.
Бөгөн беҙ әлеге ҡәҙерле кешеләргә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың тормош юлы — йәш быуын өсөн ҙур һабаҡ.
Етди, ауыр һынауҙарҙан торған тормош юлын үткән Әхнәф Мазһаров. Әммә юғалтыуҙар, эҙәрлекләүҙәр күрһә лә тулы бәхеткә эйә шәхес ул. Ошо һикәлтәле һуҡмаҡтарҙан үткәнгә, ауырлыҡтарға бирешмәгәнгә тормош йәмен аңлай ул...
Әхнәф Мазһар улы Мазһаров 1926 йылдың 8 мартында Балтас районының Сурапан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде — үҙенең тыуған ауылында, ете йыллыҡты — Һәйтәк мәктәбендә ала.
Артабан уҡыу өсөн аҡса етмәгәнлектән, колхозда хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә — төрлө эштәрҙә, һуңыраҡ бригадир вазифаһында көс һала. Фронттан ҡайтҡан ауылдаштарына мунса мейесе һәм баша заказдар башҡарып, аҡса туплай. Аҡса етмәү сәбәпле өҙөлгән уҡыуын Әхнәф Мазһар улы бер нисә йылдан һуң яңынан дауам итә, тик тамамлап өлгөрмәй, уға повестка тапшыралар. 17 йәшлек егет ағалары кеүек үк 1944 йылда Ватан һағына баҫа. Дүртенсе Украина фронты, һуңыраҡ Беренсе Белорусия фронтында йыл ярым һуғыш яланында була. Элемтә әһәмиәте һуғыш осоронда алтынға тиң булыуын аңлатып тораһы ла юҡ. Командование һәр алдағы аҙымды яһар өсөн фронт хәлдәре торошон белергә тейеш. Частар һәм уларҙың штабтары, команда пункты алға барыусы частар араһында элемтә, ғәскәр төрҙәренең килешеп эшләүен тәьмин итә.
Элемтәсе Әхнәф Мазһаров Берлинға тиклем барып етә. Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршыларға насип була уға. Әлеге миҙгелдәр уның хәтеренә мәңгелеккә уйылып ҡала. Ул һуғыштың ҡот осҡос күренештәрен, иптәштәренең һәләк булыуын үҙ күҙҙәре менән күрә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ул рухын һындырмай, еңеүгә ышанысын юғалтмай. Һәм бына ул — Еңеү көнө! Был көндө ул йыраҡта, сит ерҙә ҡаршы алһа ла, күңеле тыуған яғына, яҡындарына ынтыла. Ул тиҙерәк өйөнә ҡайтып, тыныс тормош башларға хыяллана.
Ете йыл хәрби хеҙмәтте үтәп, 1950 йылда тыуған яғына ҡайта ул. Хеҙмәт иткән ваҡытында “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары һәм башҡа бик күп бүләктәр менән бүләкләнә.
Әхнәф Мазһаров уҡыуын дауам итергә хыяллана һәм шуға күрә хеҙмәт йылдарында киске мәктәптә белем алып, 10-сы класты тамамлай. Демобилизациянан һуң, бер йыл Тусыбай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, артабан Балтас урта мәктәбенә күсерелә. Бөрө педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Артабан Әхнәф Мазһаров ҡабат Тусыбай мәктәбенә ебәрелә. Унда буласаҡ тормош иптәше уҡытыусы Рәйнә Ғатуф ҡыҙы менән таныша. Йәштәр 1953 йылда өйләнешә. Татыу һәм берҙәм ғаилә өс бала тәрбиәләп үҫтерә — ике ҡыҙҙары Лилиә, Резеда һәм улдары Наиф. Ғаилә улар өсөн ҙур теләк була, тормоштоң барлыҡ ауырлыҡтарын бергә еңергә ярҙам итә. Әхнәф ағай менән Рәйнә апай балаларына яҡшы тәрбиә бирә, уларҙы хеҙмәт һөйөргә, кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтә.
Әхнәф Мазһар улы ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Ул Яңауыл Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы, Бөтә союз уҡытыусылар съезы делегаты, халыҡ мәғарифы отличнигы, РСФСР, БАССР Президиумының күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Уның уҡыусылары Әхнәф Мазһар улының дәрестәрен һәр ваҡыт яратып иҫкә ала. Сөнки ул һәр бер балаға айырым иғтибарлы була, уларға белем генә биреп ҡалмай, ә тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итә. Ул — ысын мәғнәһендә уҡытыусы!
Әхнәф Мазһар улы педагог ҡына түгел, рәссам да, шағир ҙа. Уның шиғырҙары яҡташтары һөйөүен яулай. Һуғыш, кесе Ватан һәм тәбиғәт темаһы уның ижадында иң алдынғылар һанала. “Күңелем йырҙары”, “Күңелем табыштары”, “Һалдат батырлығы”, “Поэма. Шиғырҙар. Хәтерләүҙәр” һәм “Яугир юлы. Таныптан Эльбаға ҡәҙәр” тип исемләнгән китаптар баҫтыра. Былар — ижад емештәренең бер нисәһе генә. Уның һәр бер китабы — тормош фәлсәфәһе, кешелеклелек, тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған. Уның ижады — беҙҙең өсөн рухи байлыҡ.
Әхнәф Мазһар улы Мазһаров... Был исемде әйтеү менән батырлыҡ, тыуған ергә сикһеҙ мөхәббәт, кешелеклелек кеүек сифттар иҫкә төшә. Ул — һуғышты ла, ауыр хеҙмәтте лә, тормош һынауҙарын да еңгән кеше. Ул — үҙенең бөтә ғүмерен халҡына бағышлаған шәхес.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.