Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Ҡотлайбыҙ!
28 Декабря 2024, 06:31

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Яҡынлашып килгән 2025  йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар!Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!

Яңы йыл байрамы һәр саҡ үҙенә генә хас үҙенсәлек менән айырылып тора. Ул изгелек, күңел йылылығы, йорт йәме һәм, әлбиттә, иң мөҡәддәс хыялдарҙың мотлаҡ тормошҡа ашасағына ышаныс  менән һуғарылған.

Уҙып барған  2024  йыл  бер кем өсөн дә ябай булманы. Борсолоуҙар, хәстәрҙәр һәм тулҡынланыуҙар күп булды. Әммә шул уҡ ваҡытта ул беҙҙе күп кенә ғәҙәти әйберҙәргә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте, күңел йылыһын булешергә, шатлыҡ бүләк итергә, изгелек эшләргә, сабырлыҡҡа өйрәтте. Республика  етәкселегенең ярҙамы, ойошмаларҙың һәм халыҡтың тырышлығы менән райондар үҫеше өсөн күп эш башҡарылды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар Еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә  80 йыл тулғанда икеләтә Еңеү байрамын билдәләргә  яҙһын!

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙға киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалып,  баҫмабыҙға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ! Башланған эштәрегеҙ һәр саҡ уңышлы тамамланһын. Иң мөһиме, Яңы йыл менән илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

 

“Йәнтөйәк”тәр.

Автор:
Читайте нас