Бөрө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының ағымдағы йылдың туғыҙ ай эсендәге эшмәкәрлеген анализлау буйынса коллегия ултырышы үтте. Унда Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Вадим Ғәләүетдинов та ҡатнашты.
Сарала беренсел звеноны модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде.
Ултырышта үҙенең тырыш хеҙмәте менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән табиптарҙы тәбрикләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында Асҡын үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы Айгөл Сабитова ла бар ине.
Айгөл Марат ҡыҙы юғары һөнәри оҫталығы, тырыш хеҙмәте һәм ирешелгән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Награданы уға министр вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин тапшырҙы.
Айгөл Марат ҡыҙына яуаплы һәм ауыр эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.