Туймазы районы Ҡараттамаҡ ауылында ғүмер итеүсе Люзиә һәм Фәнис Хәйретдиновтарҙы белмәгән кеше һирәктер. Ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлап, иманлы, аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙе алғы планға ҡуйып, кешеләргә тик изгелек өләшеп, тирә-яҡҡа матурлыҡ таратып йәшәй был һоҡланғыс ғаилә.
Люзиә гүзәл тәбиғәтле Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында ғүмер итеүсе Мөхтәрәмә һәм Мостафа Батыршиндар ғаиләһендә өс малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ бала булып донъяға килә. Әсәһе Мөхтәрәмә апай — Асҡын районы Билгеш ауылынан, ә атаһы Мостафа ағай Саҡмағош районынан була. Ул был яҡтарға ағас киҫергә эшкә килеп тороп ҡала.
“Люзиә бәләкәйҙән ата-әсәһе һымаҡ бик уңған, тырыш, ҡул эштәренә оҫта, гөл-сәскәләргә ғашиҡ ҡыҙ булып үҫте. Урындағы урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфөлә китапханасылар техникумында белем алды. Ҡулына диплом алғас, ауылыбыҙға ҡайтып өс йыл эшләне. Артабан ағалары янына Себергә Радужный ҡалаһына барып, газ эшкәртеү идараһына эшкә урынлашты. Буласаҡ тормош иптәше — Саҡмағош районы егете Фәнис Фәнил улын да нәҡ шунда осрата. Бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр 1989 йылдың 8 мартында никах уҡыта, ә 22 апрелдә гөрләтеп туй яһай. Улдары Алмаз тыуғас, Хәйретдиновтар Башҡортостанға Октябрьский ҡалаһына ҡайтып төпләнде. 1992 йылда мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Юлиә тыуа. Улар ҡайҙа ғына эшләп, ҡайҙа ғына йәшәһә лә беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәне”, — тип Хәйретдиновтар ғаиләһе тураһында һөйләне ҡасандыр Люзиәне уҡытҡан, бөгөн иһә хаҡлы ялда булған Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы Әхкәметдинова.
Ғаилә башлығы ғүмер буйы водитель булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Люзиә Мостафа ҡыҙы иһә Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 20 йылдан артыҡ төрлө вазифаларҙа эшләй. Ситтән тороп юғары белемгә лә эйә була. Бөгөн ул ҡаланың 2-се моделле китапханаһында баш китапханасы булып эшләй. Ижади күңелле белгес төрлө түңәрәктәр алып бара. Архив материалдарын өйрәнеп, нәҫел шәжәрәләрен дә төҙөй. “Тормош иптәшем Фәнистең нәҫелен 17 быуынына тиклем эҙләп таптым. Улар ысынлап та хәлле башҡорттар булған. Үҙемдең 10-сы быуынға тиклем атай-олатайҙарымды барлап, Батырша нәҫеленән булыуымды раҫланым. Шәжәрәне китап итеп баҫтырып, туғандарға ла тараттыҡ”, — ти Люзиә ханым.
“Был һоҡланғыс гүзәл заттың һәләттәрен һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Ул әсәһе һымаҡ бик матур итеп тегә, сигә. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, картиналар яҙа. Изолондан төрлө формала үҙенсәлекле яҡтыртҡыстар һәм башҡа әйберҙәр яһай, ә ул үҫтергән күҙ яуын алырлыҡ мең төрлө сәскәләргә һоҡланмаған кеше юҡ, — тип Люзиә Мостафа ҡыҙының уңғанлығына хайран ҡала Нәзилә Әхкәметдинова.
Хәйретдиновтарҙың балалары ла үҙҙәре һымаҡ тырыш, егәрле, маҡсатсан булып үҫә, юғары белем алып, бөгөн үҙ ғаиләләре менән бәхетле ғүмер итә. Улдары Алмаз тормош иптәше Гөлшат менән Октябрьский ҡалаһында йәшәй, Йәсминә һәм Камилла исемле ҡыҙҙар үҫтерә.
Юлиә ҡыҙҙары тормош иптәше Фәрит менән Диана исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Улар баш ҡалала йәшәй.
Хәйретдиновтар тәүҙә дөйөм ятаҡта йәшәй. Һуңыраҡ ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып ала. Уңған ғаилә бөгөн Октябрьский ҡалаһынан йыраҡ түгел Ҡараттамаҡ ауылында күполға оҡшаған түңәрәк йорт һалып, уның тирә-яғын гөл-сәскәләр утрауына әйләндергән. Ихаталағы төҙөлөш эштәрен барыһын да Фәнис Фәнил улы үҙ ҡулдары менән башҡарған.
Тик изгелек өләшеп йәшәүсе был ғаилә махсус хәрби операция башланғас, яугирҙарға ярҙам итеү эшенә тотона. Лүзиә ханым үҙҙәре һымаҡ әүҙем, рухлы, изге күңелле гүзәл заттарҙы йыйып, “Оберег” тигән ирекмәндәр төркөмөн ойоштора. Улар хәрби госпиталдәр өсөн гуманитар ярҙам йыя, маскировкалау селтәрҙәрен үрә, һалдаттарға комуфляж кейемдәр, флис башлыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтар тегә. Фәнис Фәнил улы маскировкалау селтәрҙәрен үреү өсөн махсус станоктар ҙа яһап бирә.
“Бер-береңә терәк, таяныс булыу, бар эште берҙәм башҡарыу – Хәйретдиновтарҙың тормош дивизы. Шуға күрә лә улар ихлас, күңелдәре киң, ярҙамсыл, эштәре лә ырамлы. 22 апрелдә Люзиә менән Фәнистең ғаилә ҡороуына 35 йыл тулды. Ошо уңайҙан Хәйретдиновтарҙы ихлас ҡотлайым, уларға бәхетле, бәрәкәтле тормош, изге эштәрендә тик уңыштар теләйем! Уларға балалар уңыштарына ҡыуанып, бәхетле өләсәй-олатай булып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә лә йәшәргә яҙһын. Беҙ Хәйретдиновтар менән һоҡланабыҙ, уларҙың изге эштәре тураһында уҡып, ғорурланабыҙ”, — тип ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе Нәзилә апай.
Бына шулай хәстәрлекле ата-әсә бөгөн өс ейәнсәренә һөйөклө олатай менән өләсәй булып, үҙҙәренең өлгөрлөктәре, әүҙемлектәре, шундай сауаплы, изге эштәр башҡарыуҙары менән барыһын да һоҡландырып, рухландырып, илһамландырып йәшәй. Йәйҙәрен, ял көндәрендә Хәйретдиновтарҙың донъяһы балаларҙың шат тауышына күмелә. Ҡунаҡсыл өйҙөң түре барыһын да һыйҙыра. Күңелең генә киң булһын. Ә күңелдәре киң уларҙың.
Һәр яҡтан өлгө булған йүнсел, иҫ киткес талантлы ғаиләнең нигеҙҙәре киләсәктә лә ныҡлы, донъялары түңәрәк булһын. Ғаиләһе менән генә түгел, ҡылған ғәмәлдәре менән дә үрнәк алырлыҡ бит Хәйретдиновтар.
Наилә ИМАЕВА.