Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Ҡотлайбыҙ!
10 Ноября 2023, 09:51

Милли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк

Диана Николаева милли кейем тегеү оҫталары конкурсында ҡатнашты

Милли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәкМилли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк
Милли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк

Ҡарға ауыл клубы мөдире Диана Николаева “Таҡыя”  I халыҡ-ара балалар милли кейеме тегеү оҫталары конкурсының “Балалар кейеме — реконструкция” номинацияһында ҡатнашты һәм финалға сыҡты. Сара тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне ул:

— Конкурс 20 апрелдән 10 сентябргә тиклем дистанцион форматта үткәрелде. Беҙҙең райондан Озерки һәм Ҡарға ауыл клубтарынан фотолар ебәрелгәйне. 12 сентябрҙә конкурстың һайлап алыу туры үтте. Унда 200 эш араһында мари кейеме элементтары һәм аксессуарҙары менән Ҡарға клубы моделдәре төшөрөлгән беҙҙең фотоларҙың да булыуы ныҡ шатландырҙы. Ярым финалға үтеп, 27 сентябрҙә беҙ үҙебеҙҙең эштәрҙе яҡларға Өфөгә юлландыҡ. “Таҡыя”  I халыҡ-ара балалар милли кейеме тегеү оҫталары конкурсының һайлап алыу турына милли кейем менән ҡыҙыҡһынған 60 конкурсант саҡырылғайны. Улар үҙ эшенең оҫталары — костюмдар буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ине. Шулай уҡ Әбйәлил, Учалы, Иглин, Миәкә, Кушнаренко, Өфө, Благовар, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Ейәнсура, Краснокама, Федоровка, Бишбүләк, Салауат, Дыуан, Балаҡатай, Мишкә райондарынан һәм Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Межгорье, Салауат, Сибай, Ағиҙел ҡалаларынан мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Беҙ барыбыҙ ҙа — авторҙар һәм йәш моделдәр “Торатау” Конгресс-холында йыйылдыҡ.
Саха Республикаһынан, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Белоруссиянан конкурсанттар дистанцион форматта ҡатнашты.
Эштәр “Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары”, “Балалар кейеме автор интерпретацияһы” һәм «Балалар кейеме — реконструкция” номинацияларында тәҡдим ителде. Жюри составына этнографтар, музей хеҙмәткәрҙәре һәм билдәле дизайнерҙар ингәйне. Минең өсөн реконструкция темаһы яҡын булғанға, шул номинацияны һайланым. 8-се класта уҡыусы Полина Григорьева менән 2-се класта уҡыусы Злата Сайсанова минең моделдәр булды. Ҡыҙҙар икеһе лә талантлы, мәҙәниәт усағының үҙешмәкәр сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, минең тәҡдимде шунда уҡ хупланылар, әсәләре лә риза булды. Полина — минең туғаным. Быйыл ҡыш Асҡын районына Һандыҡ байрамына барғанда килен ролен яҡшы уйнағайны ул. Конкурста кейемде сәхнәнән күрһәткәндә беҙгә Өфө модель студияһынан Арина исемле ҡыҙ ярҙамлашты. Унда тарихи ҡанундарҙы һаҡлау, төбәк үҙенсәлектәренә ярашлы тегеү, биҙәктәрҙең тап килеүе, сәнғәт әҫәренең матур һәм сағыу булыуы баһаланды.
Проектты ойоштороусы Сәлимә Усманова әйтеүенсә, балалар милли кейеме этнографтар тарафынан аҙ өйрәнелгән, архивтарҙа төҫлө фотолар һаҡланмаған тиерлек. Беҙгә эшебеҙҙе яҡлау өсөн өс-биш минут ваҡыт бирелде. Йәш моделдәр мари кейемдәрен күрһәтте, ә мин жюриға улар тураһында һөйләнем. Беҙ сигелгән мари туй күлдәге кейгән килен менән таныштырҙыҡ. Ул башына “таҡыя сага” тип аталған баш кейемен кейгәйне. Күлдәктә боронғо биҙәктәр сигелгәйне. Был ябай кейем түгел ине, унда мари халҡының мәҙәниәте, тарихы, традициялары һәм йәшәү рәүеше сағылыш тапҡайны. Беҙ жюри ағзаларын хайран итеүебеҙгә бик шатбыҙ, хәҙер конкурста ҡатнашыусы булараҡ, финалға саҡырылдыҡ.
Был бәйгелә ҡатнашып, мин шуны аңланым: ошондай сараларҙы беҙҙең клубта ла үткәргәндә, яҡшы булыр ине, сөнки Ҡарға ауылында мари милли кейеме тегеүсе һәләтле оҫталар күп. Милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау зарур, был үткән менән бәйләүсе мөһим еп.
“Таҡыя” I халыҡ-ара балалар милли кейеме тегеү оҫталары конкурсының һуңғы этабы Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үтте. Унда конкурсҡа йомғаҡ яһалып, финалсылар бүләкләнде. Ҡарға ауыл клубы мөдире Диана Николаева ла сарала ҡатнашып, диплом һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Милли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк
Милли ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк
Автор:
Читайте нас