Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Ҡотлайбыҙ!
8 Март 2023, 02:55

Донъя күркәм һеҙҙең менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың  тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ.

Донъя күркәм һеҙҙең менән!Донъя күркәм һеҙҙең менән!
Донъя күркәм һеҙҙең менән!

Бөгөн беҙҙең илдә, күптән килгән традиция буйынса, мөхәббәт, игелек, әсәләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата тәрән ихтирам хистәре тантана итә. Милләтенә, диненә, йәшенә, социаль хәленә ҡарамаҫтан, беҙ бар гүзәл заттарыбыҙға дан йырлайбыҙ һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ.

Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ  та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаҡлай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ! Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһон!

Тормошоғыҙ шатлыҡ менән тулһын, яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Бәхет һәм бәрәкәт килтерһен был тормош! Һеҙгә һаулыҡ, барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге юлдаш булһын! Ҡатын-ҡыҙ асылына тоғро ҡалып,  һәр саҡ көләс, наҙлы, матур, һөйкөмлө, нәзәҡәтле, изге күңелле, уңған, күркәм, яғымлы булып ҡалығыҙ!

 

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.

Донъя күркәм һеҙҙең менән!
Донъя күркәм һеҙҙең менән!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас