Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Ҡотлайбыҙ!
7 Марта 2023, 10:23

Лариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалеры

Бөгөн республика етәксеһе төрлө тармаҡта фиҙакәр хеҙмәт иткән, уңышлы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләне.

Лариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалерыЛариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалеры
Лариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалеры

Шағирә, "Аҡбуҙат" республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ошондай уҡ наградаға Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры баш балетмейстеры Элеонора Ҡыуатова лайыҡ булды.

Шулай уҡ бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла бар, ул Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 

 «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Алина Хәбирова Григорий Аксаков ордены, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе, БР-ҙың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева һәм Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. 

- Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Һәр берегеҙгә - әсәйҙәргә, апайҙарға, ҡыҙҙарға, хеҙмәттәштәребеҙгә. Һеҙҙең менән тормош яҡшыраҡ – ижад итәһегеҙ, идара итәһегеҙ, ҡотҡараһығыҙ, дауалайһығыҙ, уҡытаһығыҙ, балаларҙы үҫтерәһегеҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм йылыһы теләйем. Өйҙәрегеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет тулып торһон! - тип ҡотланы ҡатын-ҡыҙҙарҙы Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-07/larisa-abdullina-salauat-yulaev-ordeny-kavalery-3168705

Лариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалеры
Лариса Абдуллина - Салауат Юлаев ордены кавалеры
Автор:
Читайте нас