Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраля 2023, 05:00

Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ир-егеттәр,  ил һаҡсылары!Хөрмәтле ир-егеттәр,  ил һаҡсылары!
Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!

Башҡорт халҡы элек-электән илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт күрһәткән. Шуға күрә лә ир-атҡа ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөнгө көндә лә ир-егеттәребеҙ традицияны дауам итеп, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, илебеҙ тыныслығын һаҡлай.
Был көндө, тәү сиратта, беҙгә аяҙ күк йөҙө һәм тыныс тормош бүләк иткән ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы, төрлө локаль бәрелештәрҙә, хәрби хәрәкәттәрҙә һынау үткән, әлеге көндә илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙы, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ил һағында тороусы егеттәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла рух ныҡлығы, эштәрегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм тыныс тормош теләйбеҙ!


“Йәнтөйәк”тәр.

Хөрмәтле ир-егеттәр,  ил һаҡсылары!
Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!
Автор:
Читайте нас