Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2022, 09:10

Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!
Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!

Ватанды һаҡлау элек- электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ традицияны дауам итеп, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Улар киләсәктә лә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Был көндә, тәү сиратта, беҙгә аяҙ күк йөҙө һәм тыныс тормош бүләк иткән ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы, төрлө локаль бәрелештәрҙә, хәрби хәрәкәттәрҙә һынау үткән яугирҙарҙы, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, Тыуған илгә тоғро ҡалып, намыҫ менән хеҙмәт иткәндәрҙе һәм бөгөн ил һағында тороусы егеттәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


“Йәнтөйәк”тәр.

Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!
Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары!
Автор:
Читайте нас