Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Ҡотлайбыҙ!
28 Август 2021, 04:00

Үҙәк юбилейын билдәләй

Күп функциялы үҙәк халыҡты байтаҡ мәшәҡәттәрҙән азат итте

Үҙәк юбилейын билдәләйҮҙәк юбилейын билдәләй
Үҙәк юбилейын билдәләй

Август аҙағында Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәге “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса Башҡортостан Республикаһы халҡына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе үҙәкләштереп күрһәтеү өсөн төҙөлгән коммерцияға ҡарамаған ойошма булып тора.
Күп функциялы үҙәк үҙ эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 22 декабрендәге 1376-сы ҡарары менән раҫланған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙәрҙән файҙаланыусыларҙың уңайлығы һәм һәр кем файҙалана алырлығы талаптарына тура килтереп башҡара.
Борай районында күп функциялы үҙәк бүлеге 2015 йылдың ноябрендә асылды. Әлеге көндә бирелә районда йәшәүселәргә социаль тәьмин итеү, гражданлыҡ-хоҡуҡи статус, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, эшҡыуарлыҡ һәм хакимиәт органдары менән ведомство-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре буйынса 200-ҙән артыҡ хеҙмәт күрһәтелә.
Эшмәкәрлектең төп маҡсаты — “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе үҙәкләштереп күрһәтеүҙе ойоштороу. Республиканың Күп функциялы үҙәктәре эшмәкәрлеген дәүләт тарафынан яйға һалыу граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә органдар менән элемтәләре булмау, уларға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткәндә мөмкин ҡәҙәр уңайлы булыуын тәьмин итеү һәм хеҙмәт күрһәтеү сифатын күтәреү иҫәбенә административ ауырлыҡтарҙың кәмеүе менән ҡылыҡһырлана.
Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эше һөҙөмтәһендә борайҙарҙың тормошо тағы ла уңайлыраҡ булды. Ошо алты йыл эсендә үҙәктең Борайҙағы бүлексәһе ҡыҙҙары һөнәри оҫталыҡтары, яуаплылыҡтары, килеүселәргә иғтибарлы, яғымлы, асыҡ йөҙлө булыуы менән район халҡының хөрмәтен яуланы.
Күп функциялы үҙәктең Борайҙа асылған беренсе көнөнән башлап Айһылыу Мөғәллимова һәм Юлиә Миңлеғолова эшләй. Был ҡыҙҙарға 2017 йылда Юлиә Әмирова ҡушыла. Ошо гүзәл заттар үҙәктәге барлыҡ башланғыстарҙың башында тороп, коллективҡа яңы ҡушылған ҡыҙҙарға ярҙам итеп, эштең үҙенсәлектәре менән таныштырып бара. Күп функциялы үҙәктең бөгөнгө етәкселеге лә, бирегә ниндәй ҙә булһа йомош менән килеүселәр ҙә улар тураһында һәр саҡ яҡшы һүҙҙәр генә әйтә. Дөйөм алғанда, үҙәктәге һәр хеҙмәткәр бары тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.

 

Авторы: Зәһинә Ибатуллина.

Үҙәк юбилейын билдәләй
Үҙәк юбилейын билдәләй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас