Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
29 Декабрь 2024, 10:00

Алда мөһим эштәр көтә

Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

Алда мөһим эштәр көтә
Алда мөһим эштәр көтә

Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе кәңәшсеһе, “Башинформ” агентлығының генераль директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова ҡатнашты.
Лариса Геннадиевна, сараны асып, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул сығышында район башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, Оло Шаҙы, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы башҡорттарының МХО-ға күрһәткән ярҙамдары тураһында һөйләне. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы старостаһы Гүзәлиә Кәримоваға, Оло Шаҙы ауылынан КАВЗ автобусын биргән Марат Фәтхетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында күтәрелгән мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы башҡаларға ла еткереү маҡсатында, райондан делегат булып һайланған район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламов сығыш яһаны.


Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының Шәйехзада Бабич музейы етәксеһе Әлфиә Зарипова иһә сығышында музей эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 2025 йылдың 2 ғинуарында билдәле шағир, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы районда үткәреләсәк саралар менән дә таныштырҙы.


Артабан һүҙҙе район ветерандар советы президиумы ағзаһы Харис Ғәйфуллин алды. Ул күренекле шәхесебеҙ – Миҙхәт Шәйҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары ойошторорға саҡырҙы.
— Миҙхәт Шәйҙуллин — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан ветерандар советының беренсе рәйесе, Юғары Совет депутаты булып эшләй. Уның Мишкә районына килтергән файҙаһы ҙур. Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә Оло Шаҙыла ҙур мемориаль таҡта ҡуйҙыртты, ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары ла уның ярҙамында ҡалҡып сыҡты, Оло Шаҙыла мәктәп, музей төҙөүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе, райондағы күп ойошмаларға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Күренекле шәхесебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә ойоштороу — беҙҙең бурысыбыҙ, — тине Харис ағай Ғәйфуллин.


Сығыштарҙы йомғаҡлап, Әлфиә Байбурина һүҙ алды. Әлфиә Ғәли ҡыҙы республика Башлығы Радий Хәбировтың VI ҡоролтайҙағы сығышы, үҙе ҡатнашҡан секция ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр һәм индерелгән тәҡдимдәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ Мишкә башҡорттарын борсоған мәсьәләләргә туҡталды, халыҡ менән йәнле һөйләшеү алып барҙы. Мишкәләр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы Оло Шаҙы ауылында Хеҙмәт һәм дан музейына ремонт талап ителеүен, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылындағы Шәйехзада Бабич музейында Интернет селтәре булмауы заман менән бергә атларға мөмкинлек бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Шәйехзада Бабич, Миҙхәт Шәйҙуллиндың юбилей сараларын үткәреүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ярҙам күрһәтеүҙе һораны.


Мишкә районында башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш диалектында аралашҡан милләттәштәребеҙ йәшәй. Улар Оло Шаҙы һәм Ҡыйғаҙытамаҡ ауылдарында ғүмер итә. Район халҡының биш процентын ғына тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, улар — берҙәм һәм рухлы. Бының шулай икәнен изге эштәре менән дәлилләп тора милләттәштәребеҙ.

Фекер...
Мөнир Нурисламов, Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты:
— Бик әһәмиәтле сарала ҡатнашырға насип булды. Ҡоролтайҙа башҡорт милләте өсөн мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Вәкилдәр күп ине. Рәсәй төбәктәренән һәм 15 сит дәүләттән 527 делегат ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ул үҙенең сығышында республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫеше һәм социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне: "Беҙ ҡоролтайға ябай булмаған, хатта тарих өсөн ҙур үҙгәрештәргә бай осорҙа йыйылдыҡ. Илебеҙ һәм һәр ҡайһыбыҙ ауыр һынауҙар аша үтә. Шул уҡ ваҡытта был иң яҡшы ваҡыт та, мөһим әйберҙәр тураһында уйланыр өсөн кәрәк. Көслөрәк, берҙәмерәк булыр, көсөбөҙҙө яҡшы ғәмәлдәргә ебәреү ваҡыты, – тине ул. – Элекке беҙҙең мөхиттәге тарҡаулыҡ, үҙ-ара дәғүәләр, башҡорт милләте үҫешенең төп бурыстарын аңлашмаусанлыҡ йыш булған йылдарҙан айырмалы рәүештә, был ҡоролтай беҙҙең берҙәмлектә, берләшеүҙә үтә. Нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Бөгөн ҡоролтай ныҡлы, ышаныслы, көслө. Милләтте берләштереүсе.
Биш йыл эсендә туған телде, мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе, йолаларҙы һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Быларҙың барыһы ла беҙҙә эске һәм тышҡы һынауҙарға ҡаршы тороуҙа иммунитет тыуҙырҙы. Ваҡыт үҙе беҙгә шундай шарттар ҡуйҙы. Башҡорттар йәнә, биш быуат дауамында булғанса, беҙҙең ышаныслы, Ватанға тоғро, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булған халыҡ булыуыбыҙҙы иҫбатлай", — тине Башҡортостан Башлығы.
Ҡоролтайҙа күп кенә мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Радий Хәбиров сығышынан айырыуса шул оҡшаны: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был яңылыҡты барыһы ла хуплап ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың пленар ултырыштағы сығышы бик уйландырырлыҡ булды. Ул бик дөрөҫ әйтте: беҙҙең күп милләтле илебеҙҙә Башҡортостан халҡы ҙур татыу ғаилә булып йәшәй һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыу шарты нәҡ шунда бит инде. Ғәмәлдә, үткән ҡоролтайҙан һуңғы биш йыл эсендә мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәһендә ифрат ҙур эштәр башҡарылған. Был МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе лә, яңы музей үҙәктәрен асыуҙы ла, билдәле шәхестәрҙең иҫтәлеген һәм исемдәрҙе мәңгеләштереүҙе лә үҙ эсенә ала. Бөтә йүнәлештәр буйынса киң күләмле системалы эш алып барыла. Былар барыһы ла Радий Хәбиров етәкселегендәге республикабыҙ етәкселеге һәм уның берҙәм командаһы арҡаһында тормошҡа аша.


Лилиә Хәсәнова.

Мишкә районы.

Алда мөһим эштәр көтә
Алда мөһим эштәр көтә
Алда мөһим эштәр көтә
Автор:
Читайте нас: