Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Сара башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, республикала милләт-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һөйләне, төбәктең социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен атаны.
—Радий Фәрит улының сығышы бик фәһемле булды. Артабанғы эшебеҙҙә нимәләргә иғтибар итергә, ниндәй йүнәлештәрҙе өҫтөнлөклө итергә кәрәклеге ярып әйтелде. Мәҫәлән, башҡорт телен уҡытыуҙы балалар баҡсаһынан башларға кәрәклеге тураһында һөйләп, республикабыҙҙа был йүнәлештә эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Беҙҙең Асҡын районында ла кескәйҙәр балалар баҡсаһынан туған телде өйрәнә. Мәҫәлән, мин эшләгән Асҡын 2-се балалар баҡсаһында
полилингваль төркөмдә шөғөлләнеүсе балалар башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәнә, өс телдә шиғырҙар ятлап, уны тасуири һәм йәнле итеп һөйләй, йырҙар башҡара. Ошо көндәрҙә районыбыҙҙа үткән "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" - кешелек ҡаҙанышы" XV Халыҡ - ара конкурсының муниципаль этабында ла беҙҙең балалар баҡсаһынан 12 малай һәм ҡыҙ милләтебеҙҙең боронғо эпик ҡомартҡыларының береһе булған “Урал батыр” эпосынан өҙөктө шундай йәнле, сағыу итеп һөйләп, барыһын да һоҡландырҙы.
Балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү, уны йәнле аралашыу теле итеү өсөн ҙур эш алып барыла.
Шулай уҡ Радий Хәбиров махсус хәрби операция темаһына ла ҙур иғтибар бүлде.
Меңәрләгән ир-егеттәребеҙ – башҡорттар, рустар, татарҙар, республиканың барлыҡ халыҡтары — бөгөн махсус хәрби операция территорияһында батырҙарса һуғыша. «Башҡортостан» полкы, Миңлеғәли Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев, Алмаз Сафин исемендәге батальондар, «Ватан» отряды хәрбиҙәре батырҙарса һуғыша. Беҙҙең яугирҙарҙың еңеүгә ынтылышы ҙур.
Башҡортостан интеллигенцияһының — яҙыусыларҙың, рәссамдарҙың, музыканттарҙың, артистарҙың, режиссерҙарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, блогерҙарҙың – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү маҡсатында берләшеүе бик мөһим. Ошо йәһәттән яңы художестволы әҫәрҙәр, китаптар, картиналар, йырҙар барлыҡҡа килә. «Төньяҡ амурҙары», «Бесбашенный» анимация, «Герой бейеүе» фильмдары прокатҡа сыҡты. Ғәскәровсылар “Йәшәү хаҡына” тип аталған үҙенсәлекле бейеү ҡуйҙы.
Башҡорттарҙың төп съезында Башҡортостандың ижади интеллигенцияһына айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙ беҙҙең героик ваҡыт йылъяҙмаһын төҙөйһөгөҙ, яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләйһегеҙ. Яҙыусылар Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, журналистар Вәдүт Исхаҡов, Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев, Ильяс Батыргәрәев, Артур Дәүләтбәков, артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Радик Юлъяҡшин, Заһир Зәйнетдин, Заһир Иҫәнсурин, «Дәрүиш-хан» төркөмө һәм башҡалар яугирҙарыбыҙҙың хәрби рухын нығытыу өсөн күп тапҡырҙар махсус хәрби операция территорияһында булды. Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемде һанап сығыу мөмкин түгел. Һәр берегеҙгә ҙур рәхмәт! — тине Радий Фәрит улы.
Беҙҙең районда ла талантлы шағирыбыҙ Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙарыбыҙҙы еңеүгә дәртләндерерлек илһөйәрлек менән һуғарылған береһенән-береһе йөкмәткеле шиғырҙар яҙҙы. Бөгөн уларҙы социаль селтәрҙәрҙә табып уҡырға мөмкин,— тип һөйләне Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова.
Наилә Имаева.
Илһөйәр Махатова.