Конкурс традицион рәүештә ике этапта 10 ай дауам итә. Беренсе этапта муниципалитеттар алкоголизмды иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, төрлө саралар үткәреү буйынса күберәк балл йыйған ауыл биләмәләрен билдәләй.
Икенсе этапта еңеүселәр республика кимәлендә ярышасаҡ. Бында уларға йәмғиәттә үҙҙәренең популярлығын күрһәтергә кәрәк.
Финалға 12 ауыл сыға. Улар төрлө номинацияларҙа көс алышасаҡ.
”Айыҡ ауыл – 2023” конкурсы ағымдағы йылдың апрелендә тамамланды. Лидерҙар дүрт номинацияла билдәләнде. Әлеге ваҡытта райондарҙа киләһе конкурсҡа әҙерләнәләр. Уның сиктәрендә еңеүсе ауылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге эксперттары финанс грамоталылығы дәрестәре үткәрә. Бындай саралар ауыл халҡына алған белемдәрен һәм финанс күнекмәләрен көндәлек тормошта ҡулланырға ярҙам итәсәк.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.