Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
18 Февраль , 10:00

Абыҙҙар район данын яҡлай

«Айыҡ ауыл-2023» конкурсының беренсе турында лайыҡлы һәм ышаныслы юл үтеп, Ҡариҙел районы Абыҙ ауылы район этабында еңеү яуланы.

Абыҙҙар район данын яҡлай
Абыҙҙар район данын яҡлай

 Улар республика этабы программаһын тулы көсөнә тормошҡа ашыра һәм социаль әһәмиәткә эйә сағыу, фәһемле саралар үткәрә.
Абыҙ ауылы халҡы берҙәмлеге, уңғанлығы һәм ныҡышмалылығы менән айырылып тора. Был сифаттар уларға ҡуйылған маҡсаттарға ҡыйыу өлгәшергә һәм ауылды төҙөкләндереү менән бәйле мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә ярҙам итә. Республика конкурсында ҡатнашыу халыҡты тағы ла нығыраҡ дуҫлаштырыуын һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыуын билдәләй улар. Дөйөм тырышлыҡ менән күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин, тип ышаналар. Өҫтәүенә, уларҙың бының өсөн яҡшы этәргесе бар — ауыл йылдан-йыл үҫә, йәш ғаиләләр һаны арта. Тимәк, киләсәк бар, уның өсөн тырышырға кәрәк.
«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә Абыҙ ауылы халҡы мәҙәни һәм социаль әһәмиәткә эйә саралар үткәрә, йыш ҡына уларҙы берләштерә. Мәҫәлән, урындағы мәктәп эргәһендә һырғалаҡ асылды. Боҙ майҙансығын тантаналы асҡандан һуң, быйма кейеп хоккей уйнау буйынса мауыҡтырғыс турнир ойошторолдо һәм унда күрше Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылынан спорт һөйөүселәр саҡырылды. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы төлгөҙбаштар һәм абыҙҙар араһында бик йәнле, ҡыҙыҡлы байрам ойошторолдо.
Шулай итеп, абыҙҙар ауыл инфраструктураһын яҡшыртыуға, йәштәр һәм өлкәндәр араһында физик культура менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыуға, буш ваҡытты файҙалы үткәреүгә ҙур иғтибар бирә.
Даими рәүештә ауыл халҡы ижади ултырыштарҙа ҡатнаша һәм милли биҙәүестәрҙе, кейемдәрҙе, атрибутика элементтарын үҙләштерергә, ҡыҙыҡлы ризыҡтар әҙерләргә өйрәнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам акцияларында йылы ойоҡбаштар бәйләйҙәр, йыуғыстар эшләйҙәр, туҡмас ҡырҡалар. Шулай уҡ абыҙҙар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, балалар һәм ейәндәр менән бергә спорт сараларында ҡатнаша, кистәрен йыйылып, скандинавияса йөрөргә сыға.
Берҙәм һәм татыу Абыҙ ауылы халҡы йәнтөйәге үҫешһен өсөн бар күңелен һәм тырышлығын һала, йәшәйеш уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләй, район кимәлендә төҙөкләндереү буйынса идеялары менән сығыш яһай, төрлө программаларҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Лилиә Бәҙретдинова.

Абыҙҙар район данын яҡлай
Абыҙҙар район данын яҡлай
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: