Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
8 Ноябрь 2023, 09:38

Төлгөҙбаш ауылы үҙенең геройҙары менән ғорурлана

«Айыҡ ауыл – 2023» республика конкурсының район этабында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылында «Быуындар һәм заманалар бәйләнеше» тип аталған сара үтте.

Төлгөҙбаш ауылы үҙенең геройҙары менән ғорурлана
Төлгөҙбаш ауылы үҙенең геройҙары менән ғорурлана

 Уның төп темаһы – өлкәндәр менән йәштәрҙе, балаларҙы берләштереү, тарихи хәтерҙе үҫеп килгән быуынға еткереү.
Төҙгөлбаштар һәм Ләйсән Моғтабарова етәкләгән «Тирмән» үҙәге коллективы байрамға ихлас әҙерләнгәйне: матур итеп биҙәлгән тирмәгә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре – мамыҡ шәл, буй балаҫтар, сигеү өлгөләре, һандыҡ ҡуйылған, өҫтәлдә – сәк-сәк, ҡыҫтыбый, ваҡ бәлеш, мейес ҡоймағы һәм башҡа милли ризыҡтар.
Иң тәүҙә ҡунаҡтар ауылдың биҙәге булған Еңеү паркын ҡараны, стелаға сәскәләр һалды, геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың олатаһы менән стела янына килеп сәскә һалыуы һәм тыныс күк йөҙө теләүе иһә тулҡынландырғыс бер мәл булды. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ла геройҙарҙы матур хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Йәш шайморатовсылар уларға арнап патриотик шиғырҙар һөйләне.

Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алмаз Исхаҡов Төлгөҙбаш халҡының татыу, тырыш булыуҙарын, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙәрен телгә алып үтте һәм уларҙың «Айыҡ ауыл – 2023» бәйгеһендә еңеүгә лайыҡлы булыуҙарын билдәләне.
Хәрби-интернационалист, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов гуманитар ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләне. Тимерйән Рәжәп улы 2015 йылда тәүгеләрҙән булып Донбасҡа гуманитар конвой ойошторған, 2018 йылдан алып 13 тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһында булған.
Төҙгөлбаштар өсөн ватансылыҡ өлгөһө – Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйәнов менән Ленин Ордены кавалеры Шәрип Васиков. Сарала уларҙың батырлыҡтарын да иҫкә алып үттеләр, геройҙарҙың нәҫелдәре лә сығыш яһаны.

Хәҙерге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр олтайҙарының геройҙарса юлын дауам итә. Тылдағылар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, яугирҙәргә бер туҡтауһыҙ гуманитар ярҙам күрһәтелә. Был турала сарала ирекмән Фәймә Ишморатова сығыш яһаны. Балалар араһында патриотик тәрбиә эшен иһә «Юнармия» хәрәкәтенең район штабы начальнигы Рөстәм Абдрахимов дауам итә.

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Төлгөҙбаш ауылы үҙенең геройҙары менән ғорурлана
Төлгөҙбаш ауылы үҙенең геройҙары менән ғорурлана
Автор:
Читайте нас: