Үҙ ҡулдарың менән эшләнгән төрлө биҙәкле, хуш еҫле һабындарҙы үҙеңә ҡулланырға ла шәп, бүләк итеп яҡындарыңды ла ҡыуандырырға була, ти уңған хужабикә. Шулай уҡ, төрлө биҙәүестәр һәм брелоктар ҙа яһай Гөлназ Азат ҡыҙы.
Төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыттары юҡ билгештәрҙең. "Айыҡ ауыл" конкурсына арналған оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнаша, файҙалы эштәргә өйрәнә, күңел донъяһын байытырға ынтылып йәшәй улар. Тимәк, насар уйҙар менән яман ғәҙҙәттәргә урын ҡалмай.