Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
3 Октябрь 2023, 16:38

Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе

Был сарала Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә  Юнысова һәм  район Советы секретары Рима Нәбиуллина ла ҡатнаша.

Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтә. Ойоштороусылар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Семинар-кәңәшмәлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары, ил төбәктәренән спикерҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, «Айыҡ Башҡортостан» ойошмаһы ағзалары, райондар вәкилдәре, «Айыҡ ауыл» проектында ҡатнашыусылар, йәмәғәт әүҙемселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша.

 

Был сарала Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә  Юнысова һәм  район Советы секретары Рима Нәбиуллина ла ҡатнаша.

Сараның төп йүнәлештәре - Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре хаҡында фекер алышыу, уларҙы таратыу; алкоголле продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендә федераль, республика ҡануниәттәрендәге хоҡуҡтарҙан файҙаланыу; социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, атай-әсәйҙәрҙе реабилитациялау («Минең ғаиләм» проекты миҫалында).

Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Айыҡ ауыл - имен ил нигеҙе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: