Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
12 Июль 2023, 11:24

Сығыштары менән һоҡландырҙылар

Асҡындар “Табынфест-2023”-тә районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтте

Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Сығыштары менән һоҡландырҙылар

Иҫке Балтас ауылында үткән Табын башҡорт ырыуы йәштәренең “Табынфест-2023” төбәк-ара фестивале һәм Һабантуй халыҡ байрамында Асҡын районы делегацияһы ла әүҙем ҡатнашып, берҙәмлек өлгөһө күрһәтте.
Фестивалдә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева етәкселегендә район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре: Иҫке Ҡаҙансы күп функциялы ауыл клубынан — методист Вәсилә Хәбибрахманова, мәҙәни саралар ойоштороусы Миңһылыу Исламова, Ҡышлауйылға ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Радик Ғатин һәм район Мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективынан торған делегация ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы кистән үк ҡоролған һәм матур итеп йыһазландырылған башҡорт тирмәһе алдында йыр-бейеү менән “Хазина”лар ҡаршы алды. Иҫке Ҡаҙансынан әүҙем ағинәй Мәмдүнә Зарипова тирмә эсендә барыһын да хуш еҫле үлән сәйе һәм буҙа менән һыйланы.
Шулай уҡ Асҡындан Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Унлар, Балыҡсы ырыуҙары вәкилдәренән төҙөлгән делегация табындар менән бер рәттән парадта ҡатнашты.
“Табын батыры” һәм “Табын һылыуҡайы” конкурстарында Иҫке Ҡаҙансынан Илвас Хәбибрахманов һәм Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова уңышлы сығыш яһаны. Ике конкурс та башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, Табын ырыуының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, 18-35 йәшлектәр араһында һәләтле йәштәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.
“Табын батыры” бәйгеһендә егеттәр үҙҙәре менән башҡорт телендә таныштырҙы, йәйәнән уҡ атыуҙа, милли көрәштә, ҡул көрәшендә көстәрен, етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен күрһәтте. Ижади конкурста Илвас өҙҙөрөп гармунда һәм гитарала уйнап, ике матур йыр башҡарҙы. Ул иң йәш ҡатнашыусы булыуына ҡарамаҫтан, конкурстың барлыҡ этаптарын ышаныслы үтеп, ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө һәм ижади һәләттәрен күрһәтеп, диплом һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Йыр-моң һөйөүсе ғаиләлә үҫкән Илвас Нефтекама нефть колледжының 1-се курсын тамамлаған, гармунда, гитарала уйнай, моңло итеп йырлай, оҫта бейей, тыуған ауылында, районда, уҡыу йортонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Гүзәллек конкурсында жюри ағзалары башҡорт ҡыҙҙарының халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүенә иғтибар итте. Һәр ҡатнашыусы үҙенең визит карточкаһын әҙерләгәйне. Ләйсән Зөфәр ҡыҙы үҙе менән шиғри юлдар аша таныштырҙы. Ижади конкурста ҡубыҙҙа уйнаны, башҡорт бейеүен башҡарҙы. Бынан тыш, ҡул эшенә маһир тәрбиәсе үҙенең бәйләнгән, сигелгән әйберҙәре, стилләштерелгән түшелдеректәре менән таныштырҙы.
Конкурс шарттарына ярашлы конкурсанттар милли аш та әҙерләргә һәм рецебын жюри ағзаларына матур итеп тәҡдим итергә тейеш ине. Ләйсән Зөфәр ҡыҙы ҙур бәлеш, мейес ҡоймағы, урама, ҡыҫтыбый, балтырғанлы бөйөрөктәр, сөгөлдөр һыуы алып килгәйне. Ижади ҡарашлы гүзәл зат һәр ризыҡҡа атап шиғыр ҙа яҙған. Жюри ағзалары уның милли аштарын юғары баһаланы. Ләйсән үҙ ҡулдары менән теккән башҡорт күлдәгендә дефиле күрһәтте. Йомғаҡлау биремендә конкурсанттарға боронғо милли йоланы сәхнәләштерергә кәрәк ине. Бында уға район Мәҙәниәт йортоноң Зәнилә Рыбина етәкселегендәге “Хазина” фольклор коллективы ярҙамға килде. Асҡындар сабыйға исем ҡушыу йолаһын рухлы, бай йөкмәткеле, сағыу итеп күрһәтте.
Конкурсҡа әҙерләнеүҙең тәүге көнөнән алып бәйге тамамланғанға тиклем Ләйсән Зөфәр ҡыҙының хеҙмәттәштәре янында булды, һәр төрлө ярҙам күрһәтте, дәртләндерҙе, бергә сәхнәгә сыҡты. Улар менән бергә ҡыҙы өсөн иң янғаны һәм көйгәне әсәһе — Ләлә Әфризунова булды. Райондашыбыҙ «Иң талантлы ҡул оҫтаһы» номинацияһында еңеп, сығышы диплом һәм бүләк менән билдәләнде.
— Ҙур дәрәжәлә үткән гүзәллек бәйгеһендә беренселәй ҡатнаштым. Алты төрлө бирем: үҙең менән таныштырыу, ҡул эше, милли ризыҡ, йола күрһәтеү, дефиле, ижади бәйге буйынса оҫталығыбыҙҙы күрһәтергә тейеш инек. Ижади бәйгелә үҙем яҙған шиғырҙы уҡып, ҡумыҙҙа уйнап, “Ҡумыҙсы ҡыҙ” бейеүен башҡарҙым.

Дефилелә үҙем теккән башҡорт күлдәгендә сығыш яһаным. Миңә ошо бәйгелә ҡатнашырға ярҙамлашҡан хеҙмәттәштәремә, апайымдарға, әсәйем менән ҡәйнәмә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәремде еткерәм. Бәйгенән онотолмаҫ тәьҫораттар, илһам, көс-дәрт алып, ошондай конкурстарҙа ҡатнашырға тәжрибә туплап ҡайттым, — ти һәр яҡтан һәләтле, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, ижади ҡарашлы тәрбиәсе Ләйсән Ғәлимова.
Фестиваль сиктәрендә ойошторолған спорт уйындарында Иҫке Мотабаш ауылынан барған Әлфиә һәм Нәфис Әхмәтғәлиевтар ғаиләһе лә уңышлы сығыш яһаны. Балалары Рәмилә, Дамира һәм Инсаф шахмат уйынында барлыҡ призлы урындарға лайыҡ булды. Ә Ғәлиә йүгереүҙә һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә беренселекте бирмәне.
Шулай, ҙур дәрәжәлә үткән байрамға асҡындар берҙәм тырышлыҡ менән үҙ өлөшөн индерҙе.


Илһөйәр Махатова.

Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Сығыштары менән һоҡландырҙылар
Автор:
Читайте нас: