Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
7 Апрель 2023, 12:13

Ҡашҡалар — Өфөлә

Бөгөн Өфөлә  «Айыҡ ауыл-2022» конкурсының йомғаҡлау өлөшөндә ҡашҡалар презентацияларын яҡланы.

Ҡашҡалар — Өфөлә
Ҡашҡалар — Өфөлә

Хәбәр итеүебеҙсә, 4 апрелдә «Айыҡ ауыл-2022» конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды. Дүрт көн дауамында, 7 апрелгә тиклем, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалаясаҡ. Улар - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән танышасаҡ.

«Айыҡ ауыл» исеменә 54 ауыл дәғүә итә - һәр райондан берешәр. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемселәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.

Бөгөн асыҡ яҡлауҙарҙың һуңғы көнө: «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашыусы 13 ауыл вәкилдәре үҙ проекттарын яҡлай:

Архангел районының Абҙан ауылы,
Асҡын районының Ҡашҡа ауылы,
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы,
Баҡалы районының Мостафа ауылы,
Балаҡатай районының Иҫке Балаҡатай ауылы,
Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы,
Ейәнсура районының Яныбай ауылы,
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы,
Нуриман районының Иҫке Күл ауылы,
Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы,
Өфө районының Жуков ауылы,
Саҡмағош районының Аблай ауылы,
Яңауыл районының Яңы Уртауыл ауылы.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_66347

 

Ҡашҡалар — Өфөлә
Ҡашҡалар — Өфөлә
Ҡашҡалар — Өфөлә
Ҡашҡалар — Өфөлә
Автор:
Читайте нас: