Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
4 Апрель 2023, 15:23

Балтастар — Өфөлә

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Балтас районы Йәнтимер ауылы вәкилдәре етәкселәр менән жюри алдында һынау тотто.

Балтастар — Өфөлә
Балтастар — Өфөлә

Бөгөн Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының “Бәләкәй ауылдар” номинацияһында ҡатнашыусы 15 ауыл жюри алдында имтихан тотто. Конкурс талабы буйынса унда ҡатнашыусылар үҙ презентацияларын яҡланы.

Беҙҙең Балтас районы Йәнтимер ауылы данын яҡлап район хакимиәте башлығы урынбаҫары Инзилә Әҙип ҡыҙы Ғәсимйәнова, Көнтүгеш ауылы биләмәһе башлығы Игорь Яниев, Йәнтимер ауыл клубы хеҙмәткәре Игнат Илбарисов, ауыл активисы Рида Ғилманшина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Шәисламова барҙы. Улар лайыҡлы сығыш яһаны.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар — Өфөлә
Балтастар — Өфөлә
Балтастар — Өфөлә
Балтастар — Өфөлә
Балтастар — Өфөлә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: