Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
23 Март 2023, 12:08

Асҡындар — Пермь крайында

Бөгөн Пермь крайының Ҡуян ауылында 18-се быуаттың иң эре башҡорт мәғдән сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙәге беренсе техник юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимовҡа арналған саралар уҙа.

Асҡындар — Пермь крайында
Асҡындар — Пермь крайында

 Унда районыбыҙҙан Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова етәкселегендә делегация ҡатнаша.
Исмәғил Тасимов — мәғдән сәнәғәтсеһе. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл һуңыраҡ асылған.
Исмәғил Тасимов сығышы менән Пермь крайының Ҡуян ауылынан. Тыуған ауылында уны иҫләйҙәр, хөрмәт итәләр. Биреләге мәктәптә һәм Мәҙәниәт йортонда уға арнап ике мемориаль таҡтаташ асылған. Ә бөгөнгө сарала Ҡуян мәктәбендә арҙаҡлы яҡташтарына бюст ҡуйыласаҡ.

Илһөйәр Махатова.

Асҡындар — Пермь крайында
Асҡындар — Пермь крайында
Асҡындар — Пермь крайында
Асҡындар — Пермь крайында
Асҡындар — Пермь крайында
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: