Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
3 Ғинуар 2023, 12:00

Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн

Мишкә районы Ҡарға ауылы бәйгенең республика этабында районыбыҙ данын яҡлаясаҡ

Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн
Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн

Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн 16 тораҡ пункт көс һынашты.
Конкурс айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, алкоголизмды иҫкәртеү буйынса эш алып барылған ауылдарҙы асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Бәйге сиктәрендә тораҡ пункттар биләмәһендә иҫкәртеү әңгәмәләре һәм рейдтар уҙғарылды, алкоголь һәм тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында листовкалар әҙерләнде һәм таратылды, спорт һәм мәҙәни саралар, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәтлекте һаҡлауға йүнәлтелгән акциялар уҙҙы.
Иҫкәртеү төркөмдәре әүҙем эшләне – хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр һәр саҡ күҙ уңында булды. «Ғаилә» үҙәге белгестәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән күңелле һәм файҙалы ял көндәре ойошторҙо, психологик ярҙам күрһәтте. Полицияның участка вәкилдәре «ҡыҙыу нөктәләр» буйынса рейдтар үткәрҙе.
Конкурста ҡатнашыусылар уҙғарған саралар йомғаҡтары буйынса район комиссияһына видео-презентациялар тәҡдим итте, уларҙы сәхнәлә сағыу сығыштар менән тулыландырҙы. Раевка һәм Ҡайраҡ ауылдарында йәшәүселәр — артислыҡ һәләте менән, ә ҡалмаҙандар үҙҙәренең йомартлығы менән хайран итте. Бәйгеселәр жюри ағзаларының һорауҙарына ла яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә, республика конкурсының муниципаль этабында беренсе урынды — Ҡайраҡ ауыл биләмәһенең Ҡарға ауылы (биләмә башлығы Юрий Яншаев), икенсе урынды – Оло Шаҙы ауыл биләмәһенең Ҡалмаҙан ауылы (биләмә башлығы Рәсил Аллаяров), өсөнсө урынды Сурай ауыл биләмәһенең Раевка ауылы яуланы (биләмә башлығы Галина Саймулукова).
Оло Сухояз ауылы — «Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм муниципаль берәмек традицияларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар өсөн», Маевка ауылы — «Ғаилә институтын һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре өсөн», Озерки ауылы — «Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын ойоштороу буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре өсөн», Ирсай ауылы «Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу өсөн» номинацияларында билдәләнде.
Финалсыларға — дипломдар, ә еңеүселәргә ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән аҡсалата приздар тапшырылды.
Ҡарға ауылы халҡына бәйгенең республика этабында ла берҙәм эш һәм лайыҡлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн
Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн
Сәләмәт, айыҡ тормош өсөн
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: