Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
16 Декабрь 2022, 16:13

Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?

Бөгөн “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһала.

Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?
Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?

Бөгөн Асҡын район  Мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһала. Әле ауылдар презентацияларын яҡлап, сығыш яһай. Бәйгелә ҡатнашыусы 15 ауыл үҙҙәренең презентацияһы менән таныштыра. Айыҡ тормошто пропагандалау буйынса ауылдарҙа  әүҙем генә эштәр ойошторолған. Быларҙың барыһы презентацияларҙа сағылыш тапҡан.

“Эре ауылдар” категорияһында  Асҡын, Ҡубияҙ ауылдары ҡатнаша,

“Ҙур ауылдар” категорияһында   — Ҡашҡа,

“ Урта ауылдар”  категорияһында Солтанай, Сураш, Шишмә-Үрәкәй, Яңы Күскилде, Ҡышлауйылға, Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк, Ҡарткиҫәк ауылдары ҡатнаша.

“Бәләкәй ауылдар” категорияһында  Әлйәгеш, Күсән, Петропавловка, Иҫке Мутабаш ауылдары ҡатнаша.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсында  район данын Солтанбәк ауылы лайыҡлы яҡлап, 2-се урын яулағайны һәм 3,5 миллионлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Был аҡсаға солтанбәктәр заманса ҙур спорт майҙансығы төҙөп, уны асыу тантанаһына баш ҡалабыҙҙан да ҡунаҡтар саҡырып, ҙур байрам ойоштороп үткәрҙе.

Быйылғы еңеүселәр ҙә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

Наилә Имаева.

Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?
Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?
Ҡайһы ауыл еңеүсе булыр?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: