Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
28 Октябрь 2022, 10:00

Асҡындар “Ижади майҙан”да ҡатнаша

Тулыраҡ: #РЛИ #Уралбатырвариҫтары #Ижадимайдан

Асҡындар “Ижади майҙан”да ҡатнаша
Асҡындар “Ижади майҙан”да ҡатнаша

Бөгөн Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ижади майҙан” тип аталған күсмә сара үткәрә.
Район-ауылдарҙың рухи мөмкинлектәрен асыу¬ға йүнәлтелгән был сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендә район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан, редакция, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған делегация ҡатнаша.
Программала мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторолған ошо яҡта тыуып үҫкән мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендәге арҙаҡлы шәхестәргә арналған күргәҙмә менән танышыу, пленар ултырыштан һуң
“Кинематография”, “Әҙәбиәт”, “Аҡбуҙат” балалар әҙәби-нәфис журналы, “Театр һәм үҙешмәкәр сәхнә тамашалары”, “Һынлы һәм ҡулланма сәнғәт”, “Йәштәр”, “Урал батыр мәктәбе” йүнәлештәре буйынса ижади майҙансыҡтар эше ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, йәштәр өсөн айырым майҙансыҡ эшләй, ата-әсәләр үҙҙәре бер ҡорға ойоша ала, сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. "Ижади майҙан"да Башҡортостандың күренекле сәнғәт, йәмәғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре урындағы халыҡ менән осраша.
“Ижади майҙан”дың нисек үтеүе хаҡында район гәзиттәрендә тулыраҡ уҡырһығыҙ.


Наилә Имаева.

Асҡындар “Ижади майҙан”да ҡатнаша
Асҡындар “Ижади майҙан”да ҡатнаша
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: