Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
3 Июнь 2022, 14:28

Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”

Район данын лайыҡлы яҡланылар.

Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”
Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”

31 майҙа «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсын йомғаҡлау этабы башланды. Конкурс талабы буйынса унда ҡатнашыусылар үҙ презентацияларын яҡлай. 2 июндә иһә  «Эре тораҡ пункттар» категорияһына ҡарағандар бәйге тотто. Беҙҙең район намыҫын Ҡараяр ауылы яҡланы. Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров, Ҡараяр ауыл биләмәһе  башлығы Солтанова Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы, ошо ауылдың ветерандар советы рәйесе Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы , район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Регина Нәғим ҡыҙы Хәйҙәршина мәртәбәле жюри алдында конкурс эштәре менән таныштырҙы. Уларҙың эшен составына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ингән эксперт комиссияһы дүрт көн дауамында конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалаясаҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре баһаланы. Ҡараяр ауылы – берҙәм, көслө рухлы илаһи бер ерҙәрҙән һанала. Мәҙәниәткә, сәнғәткә, ижадҡа ынтылыусы күркәм халыҡ йәшәй бында. “Урман халҡы” исемен дә улар ғорурлыҡ менән йөрөтә һәм заман менән бергә ышаныслы аҙымдар менән алға бара. “Айыҡ ауыл” конкурсын урындағылар ижад һәм дуҫлыҡ, хөрмәт, берҙәмлек, һәм, әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше марафоны итеп ҡабул итте. Ул халыҡты берҙәмләштерҙе һәм айыҡ тормошто  оҙон ғүмерлелеккә әйҙәүсе маяҡ булыуын тағы бер раҫланы. Уларға был проектта тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Гөлнара Солтанова.

Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”
Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”
Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”
Ҡараяр – “Айыҡ ауыл”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: