Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
2 Июнь 2022, 14:30

«Айыҡ ауыл-2021» конкурсына ярашлы презентацияларҙы яҡлау дауам итә

Бөгөн был сарала «Ҙур тораҡ пункттар» категорияһында Баҡалы, Бәләбәй, Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Асҡын, Илеш, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Кушнарен, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Туймазы райондары ҡатнаша.

Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сығыш яһаны:

«Һеҙҙең биләмәләрҙә йыл буйына барған ыңғай үҙгәрештәрр төп маҡсат булып тора. Һис шикһеҙ, ошо залда ултырғандар үҙ ауылдарын, биләмәләрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылып, тәү сиратта йәш быуындың яҡты киләсәгенә ныҡлы нигеҙ һала, тимәк, беҙҙең бурыстарыбыҙ уртаҡ», - тип билдәләне Инесса Васильевна.

Мәғлүм булыуынса, составына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ингән эксперт комиссияһы дүрт көн дауамында конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалай. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре район хакимиәттәренең заявкалары менән таныша. «Айыҡ ауыл-2021» исеме өсөн һәр райондан берәр – 54 ауыл дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауылдың әүҙемселәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело

Источник: https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_52041

«Айыҡ ауыл-2021» конкурсына ярашлы презентацияларҙы яҡлау дауам итә
«Айыҡ ауыл-2021» конкурсына ярашлы презентацияларҙы яҡлау дауам итә
«Айыҡ ауыл-2021» конкурсына ярашлы презентацияларҙы яҡлау дауам итә
Автор:
Читайте нас: