Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
21 Ғинуар 2022, 11:28

Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар

Хөрмәтле шағирә,"Аҡбуҙат" балалар журналы мөхаррире Лариса Абдуллина Ҡашҡа ауылында "Айыҡ ауыл- 2021" сиктәрендә уҙған сараларҙа ҡатнашып рухланып ҡайтып ҡашҡаларға атап шиғыр яҙған. Кем генә һоҡланмаҫ ошондай ихлас, тырыш, айыҡ аҡыллы , берҙәм халыҡҡа.

Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар

ҠАШҠА ҠАҒЫ

Йола күрһәтәбеҙ тигәс,
Был яҡтарға ашҡындым:
Ҡаҡ ҡойорға өйрәттеләр
Инәйҙәре Асҡындың.

Ҡайын еләгенән бында
Ҡоялар татлы ҡаҡты.
Милли ризыҡтар оҫтаһы –
Ҡунаҡсыл Ҡашҡа халҡы.

Балан ҡағы ла – өҫтәлдә,
Бар тағы алма ҡағы.
Төрлө емештәргә бай шул
Илемдең урман яғы.

Ҡарағат ҡағы бик татлы,
Күңел китә асылып.
Хатта милли ризыҡта ла
Бар халҡымдың асылы.

Ҡаҡта – тәбиғәт ҡеүәте,
Һанамам ябай ашҡа.
Эй, татлы булды ҡаҡтары –
Ҡашҡалар үҙе башҡа.

Лариса АБДУЛЛИНА, 2022 йыл.

Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Эх,ҡашҡалар,ҡашҡалар үҙҙәренә башҡалар
Автор:Файруза Юнусова
Читайте нас: