Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
20 Декабрь 2021, 09:50

Халҡына нур сәсеүсе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мөнир Миҙхәт улы Нурисламов бүләкләнде. Мөнир Миҙхәт улын лайыҡлы наградаһы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да шулай әүҙем, рухлы булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Халҡына нур сәсеүсе
Халҡына нур сәсеүсе

Өфөлә Башҡорт тарихы йылын ябыу тантанаһында ата-әсәләр район комитеты рәйесе Дилбәр Фәнзәл ҡыҙы Вәлиева менән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Миҙхәт улы Нурисламов ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова мөһим сараларҙы ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан, башҡорт халҡының тарихи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергән әүҙемселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары һәм «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында халҡым, илем, телем тип янып йөрөгән райондашыбыҙ Мөнир Нурисламовтың булыуы шатландырҙы. Ниһайәт, Мөнир Миҙхәт улының хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булды.
Мөнир Нурисламов район башҡорттары ҡоролтайын 11 йыл етәкләй. Ошо ваҡыт эсендә уның тарафынан башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау, үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Әлеге көндә лә ҙур пландар менән янып йәшәй ул.
Мөнир Миҙхәт улын лайыҡлы наградаһы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да шулай әүҙем, рухлы булып ҡалыуын теләйбеҙ.


Авторы: Лилиә Хәсәнова.

Халҡына нур сәсеүсе
Халҡына нур сәсеүсе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: