Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
17 Декабрь 2021, 15:43

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Ата-әсәләрҙең республика форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса тантаналы саралар үтә

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

“Торатау” Конгресс-холында үткән сараның бүләкләү өлөшөндә  асҡындарға ла дәүләт наградалары тапшырылды. Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм милли йолаларын һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡты өйрәнеүсе мәғариф ветераны Наил Ғаян улы Хәйруллинға милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.

Шулай уҡ “Йәнтөйәк” район-ара гәзите мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаеваның Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙы юғары һөнәри оҫталыҡ менән яҡтыртҡаны, башҡорт теленең бәҫен күтәргәне, телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төплө материалдар әҙерләүҙәге эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дипломы менән билдәләнде.

Хөрмәтле райондаштарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә халҡыбыҙ, районыбыҙ  мәнфәғәтенә башҡарылған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: