Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
12 Ноябрь 2021, 14:11

Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ

#Ҡоролтай #Курултай #ГодБашкирскийИстории #БашҡортТарихыЙылы #Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона #Асҡын районында арҙаҡлы яҡташтары Шаһийән Миңлеғәлиевҡа таҡтаташ асыу тантанаһы бара, тип хәбәр иткәйнек.

Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ

Таҡтаташ асыу тантанаһында урындағы мәктәп музейы етәксеһе, оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барған география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова ла сығыш яһаны.Ул музейҙа бик бай материалдар туплауға өлгәшкән. Һис шикһеҙ, экспонаттар башҡорт халҡының ижады, тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, ватансыллыҡ тойғоһо, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала.Бында башҡорт халҡының арҙаҡлы һәм районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған. Шул иҫәптән, Шаһийән  Миңлеғәлиевҡа бәйле бик күп материалдар бар.Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Солтанбәк ауылына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, шулай уҡ, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ауыл эргәһендә табылған тарихи ҡомартҡыларҙы күрһәте. Әйтергә кәрәк, улаҙың бер өлөшө Өфөләгге музейҙа һаҡлана. “Уларҙың серен артабан асаһы ине. Был йәһәттән беҙгә белгестәр ярҙам итһен ине”, - тип мөрәжәғәт итте Фәйрүзә Махийән ҡыҙы тантанаға килгән тарихсыларға.Таҡтаташ ауылдың йәме булып торған мәҙәни үҙәк бинаһына ҡуйылған. Һис шикһеҙ, ул Солтанбәк ауылы тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индергән Шаһийән  Миңлеғәлиевтың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ.Авторы: Г. Балтабаева.А. Нурмөхәмәтов фотолары.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_42805#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АскинскийРайон #РБ #История #Культура

Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Таҡтаташ рухын балҡытып торасаҡ
Автор:
Читайте нас: