Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
12 Ноябрь 2021, 12:31

Солтанбәктәр асылына тоғро

Бөгөн халҡыбыҙ йәшәгән иң күркәм төбәктәрҙең береһенә – ҡуйы ҡара урмандар ҡуйынында, йәмле Сарс йылғаһы буйында урынлашҡан Солтанбәк ауылына, Асҡын районына килдек. #Ҡоролтай #Курултай #ГодБашкирскийИстории #БашҡортТарихыЙылы #Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона #

Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро

Был ауыл — иҫ киткес бай тарихлы, республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән, уңған, булдыҡлы милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәк ул. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған: быны ауылға ингәндең тәүге минуттарынан уҡ тойҙоҡ.

“Ауылыбыҙҙа иҫ киткес уңған, көслө ихтыярлы, ихлас, йомарт, кешеләр ғүмер итә. Заманында Тәфтиләү афатен кисергән, әммә биешмәгән, яндырылып көлгә әүерелдерелгән Һөйәнтүҙ ауылы урынында яңынан тамырланып киткән башҡорттар улар: рух ныҡлығы, ҡеүәт һәм берҙәмлек бик көслө бында.
Әйткәндәй, шул ҡәһәрле урында, Солтанбәккә ингән ерҙә, 2002 йылда бейек стела ҡуйылған, унда “Тәфтиләү” йырынан өҙөк килтерелгән:
“...Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш –
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта”.

Ошонда уҡ Ер шарын ҡулдар күтәреп торған һәйкәл дә бар: быныһы инде, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, йәшәйешебеҙ менән көслөбөҙ, тигән символ тип аңланыҡ.
Әйтергә кәрәк, төп юлдарҙан бик алыҫта, урмандар араһында урынлашҡан булһа ла, был иҫтәлекле урынға төрлө тарафтарҙан милләттәштәребеҙ йыш килә, тарихыбыҙҙың ҡанлы үткәненә күҙ һалып китә, тип белдерҙе солтанбәктәр.

Ауыл халҡы өсөн дә был бик ҡәҙерле урын икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел. Урындағы мәктәп уҡыусылары унда барып, сәскәләр һала, тарихҡа байҡау яһап, һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Был үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер сағылышы ла.
Бөгөн иһә был ауылда бик күркәм сәбәп арҡалы ҙур тантана ойошторолған: башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Балыҡсы ырыуы вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Муллағәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, Солтанбәктә уға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Сарала Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район халҡы ҡатнаша.
Шаһийән Миңлеғәлиев 1931 йылда Солтанбәк ауылында донъяға килгән. Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған. Тап Шаһийән Миңлеғәли улы башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбатлаған шәхес.

“Шаһийән ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат булған. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөн башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Тап уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам иткән. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ”, - ти урындағы ҡоролтай ағзаһы, “Йәнтөйәк” төбәк гәзите мөхәррире Наилә Имаева.

 https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_42802

Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро
Солтанбәктәр асылына тоғро
Автор:
Читайте нас: