Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
12 Ноябрь 2021, 14:58

Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел

Асҡын районында арҙаҡлы яҡташтары Шаһийән Миңлеғәлиевҡа таҡтаташ асыу тантанаһы бара, тип хәбәр иткәйнек. #Ҡоролтай #Курултай #ГодБашкирскийИстории #БашҡортТарихыЙылы #Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона

Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел
Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел

Солтанбәктәр таҡтаташ асыу тантанаһына төплө әҙерләнгән. Улар ҡунаҡтарҙы ауылдың матур, татыу ғаиләләре менән таныштырҙы. Миңлеғәлиевтарҙың нәҫеле генә ни тора! Шаһийән ағайҙың ҡустыһы, Солтанбәк ауылында йәшәүсе Рәмил Миңлеғәлиев хәтирәләре менән уртаҡлашты.

“Беҙ — Балыҡсы ырыуы башҡорттары, тип һәр саҡ әйтә торғайны ағайым. Ул республикабыҙҙың күренекле тарихсыларын, ғалимдарын, яҙыусыларын, журналистарын районыбыҙға һәм ауылыбыҙға алып ҡайтып, тарихыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бик аҡыллы, ғилемле, туған йәнле, ярҙамсыл кеше ине. Ул хәрби булғас, оҙаҡ йылдар - 1956 йылдан 1978 йылға тиклем – ситтә йәшәне. Атап әйткәндә, Украинаның Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында, артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһында хеҙмәт итте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булды, отпускы ваҡыттарында һәр саҡ ғаиләһе менән Солтанбәккә ҡайта торғайны. Ауылдың оло йәштәге кешеләре менән осрашып, ишеткәндәрен яҙып ҡуйыр ине. Мәктәпкә инеп, уҡытыусылар менән дә, ауыл Советында урындағы етәкселәр менән гел һөйләшә ине.
1988 йылда ул Өфөгә күсенеп ҡайтты һәм ныҡлап ауыл, ырыу, нәҫел тарихын өйрәнә башланы. Йыйған, өйрәнгән мәғлүмәттәре менән республика һәм район гәзиттәре аша һәр саҡ бүлешеп торҙо. 1680 йылдан башлап тергеҙеп, барлап, нәҫел шәжәрәбеҙҙе төҙөнө. Нәҡ ошо шәжәрәгә таянып, бик күптәр үҙҙәренең дә нәҫел тамырҙарын асыҡланы һәм үҙҙәренең башҡорт булыуына инанды. Балыҡсы ырыуы башҡорттарын асылына алып ҡайтыу өсөн был бик ҙур һәм һөҙөмтәле эш булды.
Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфәндиәров, Марат Ҡолшәрипов һымаҡ республикабыҙҙың билдәле тарихсылары менән һәр саҡ кәңәшләшеп, улар менән бергә Балыҡсы ырыуына ҡараған ауылдар тарихын өйрәнде. Бына ошо ағайҙар һәм билдәле журналистар, яҙыусылар менән Солтанбәккә лә бер нисә тапҡыр ҡайтып, тарих менән ҡыҙыҡһындылар, Һөйәнтүҙ фажиғәһенә бәйле урындарҙы ҡаранылар һәм киләсәктә стела ҡуйыр өсөн урынды билдәләнеләр. Мин ул саҡта ауылда идарасы булып эшләй инем. Бер нисә тапҡыр уларҙы үҙем дә машинаға ултыртып оҙатып йөрөгәнем булды. Өфөлә Шаһийән ағайҙың фатирында ла осрашып, һөйләшеп ултырғаныбыҙ булды. Әйткәндәй, Шаһийән ағайға тарихсылар, яҙыусылар йыш килеп йөрөй торғайны.
Шаһийән ағай ауылыбыҙҙа юл булмауына ла, халыҡтың тарихи үткәненә битараф булыуына ла, нәҫел тамырҙарын өйрәнергә тырышмауҙарына ла, юғары уҡыу йорттарының башҡорт бүлектәренә беҙҙең уҡыусыларҙың инә алмауына гел борсола ине. Ошо мәсьәләләр буйынса ул бик күп ишектәрҙе шаҡып, етәкселәр менән һөйләште. Уның ярҙамы менән байтаҡ ҡына егет һәм ҡыҙҙар юғары уҡыу йорттарына инеп, белем алып, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Ауылда тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырырға кәрәк, тип тә янып йөрөй торғайны. Иң ҡыҙғанысы шул, бөгөнгә ирешелгән уңыштарыбыҙҙы, Солтанбәккә тиклем һалынған тигеҙ юлды, ауылға йәм биреп торған ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәкте, Һөйәнтүҙ фажиғәһе иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы, бөгөн ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да дәртләнеп шәжәрәләрен төҙөүен күрә алманы. Әле үҙе иҫән булһа, ул шул тиклем ҡыуаныр ине. Районыбыҙҙа барған ыңғай үҙгәрештәрҙе өҫтән күреп, рухы һөйөнөп тороуына ышанам. Шаһийән Миңлеғәле улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылыуына бик шатбыҙ һәм ошо эште ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Г. Балтабаева

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АскинскийРайон #РБ #История #Культура

Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел
Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел
Миңлеғәлиевтар – көслө, төплө нәҫел
Автор:
Читайте нас в