Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
15 Октябрь 2021, 09:42

Туймазы ерендә - Ырыуҙар ҡоро

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән ҙур сарала башҡорт ырыуҙары вәкилдәре осрашасаҡ һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәсәк. Шулай уҡ, ошо көндә Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса “Бәйге”  чемпионаты уҙасаҡ.

Туймазы ерендә - Ырыуҙар ҡоро
Туймазы ерендә - Ырыуҙар ҡоро

Бөгөн Туймазы  ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡорт  ырыуҙары  ҡоро (съезд) үтә. Ойоштороусылары: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Туймазы районы хакимиәте.

Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй  ауылында башланасаҡ, бында рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асыу планлаштырылған.

Артабан Ырыуҙар ҡоро саралары Туймазы ҡалаһындағы “Родина”  мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Унда сағыу күргәҙмә, театрлаштырылған тамаша ойоштороу ҡаралған.

Ошонда уҡ Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшө үтә,  сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары советтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡорма комитеты ағзалары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Модератор булараҡ  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше  буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов сығыш яһаясаҡ.  Үҙенең докладында Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең 2021 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырасаҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин башҡорттарҙың ырыу системаһы формалашыуы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк.

Шулай уҡ, төрлө темаларға  докладтар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Юрматы  ырыуы етәксеһе Вельмир Аҙнаев, Гәрәй ырыуы етәксеһе Радик Бәхтиев, Ҡырғыҙҙар ырыуы вәкиле Рөстәм Камалов, “Без башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе, Туймазылағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге  белгесе Альберт Исмаил һәм башҡалар сығыш яһасясаҡ.  

Ырыуҙар ҡоро сиктәрендә шулай уҡ “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте үҫешенең юл картаһы” темаһына стратегик сессия һәм “Этнос – субэтнос: дөйөмлөк һәм шәхсилек нисбәте. Этник үҙбилдәләнеш формалашыуы” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойоштороласаҡ, унда Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр ағзалары ҡатнашасаҡ.

 Ошо уҡ көндә Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса “Бәйге”  чемпионаты уҙасаҡ. Унда Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы ағзалары, билдәле башҡорт спортсылары, төрлө ырыу вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Сарала һигеҙ башҡорт ырыуы командаһы көс һынашасаҡ: “Табын” (Силәбе өлкәһе), “Юрматы” (Өфө), “Ғәйнә” (Пермь крайы), “Балыҡсы” (Асҡын районы), “Уран” (Яңауыл районы), “Ҡаңлы” (Туймазы районы), “Йылан” (Дүртөйлө районы), “Ҡырғыҙ”  (Илеш районы).
Команда ағзалары традицион башҡорт милли спорт төрҙәрендә ярышасаҡ. Һүҙ арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, төк әйләндереү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа бәйгеләр хаҡында бара.

Өс еңеүсе билдәләнәсәк. I  урын өсөн 150 мең һум аҡса һәм Еңеүсе шлемы ҡаралған. II урынды яулаған бәйгесе - 100 мең һум, III урындағыһы 50 мең һум аҡса аласаҡ.

“Бәйге” Башҡорт уйындары буйынса беренсе чемпионат еңеүселәрен Башҡорт ырыуҙары ҡорон (съезд) ябыу тантанаһында билдәләйәсәкәтәр.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Туймазы ерендә - Ырыуҙар ҡоро
Туймазы ерендә - Ырыуҙар ҡоро
Автор:
Читайте нас: