Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
24 Сентябрь 2021, 15:05

Фәһемле фекерҙәр, аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны

Бөгөн Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте.

Фәһемле фекерҙәр,   аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны
Фәһемле фекерҙәр, аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны

Көн тәртибендә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәйрүзә Юнысова республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә районыбыҙҙа башҡарылған эштәрҙе барланы. Алда эшләнәсәктәре буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе. Мәҫәлән, “Йәнтөйәк” гәзите мөхәррире Наилә Имаева Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Балыҡсы ырыуы башҡорттарының тарихын һәм был ырыу нәҫелдәренең шәжәрәләрен тергеҙеү, уларҙы өйрәнеү буйынса иҫ киткес ҙур эш башҡарып, халҡыбыҙҙы асылына ҡайтарыу өсөн һуңғы һулышынаса янып-көйөп йөрөгән райондашыбыҙ, тыуған яҡты өйрәнеүсе аҡһаҡалыбыҙ, Солтанбәк ауылының күренекле шәхесе Шаһийән ағай Миңлеғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә тәҡдим итте. Ҡоролтай ағзалары бер тауыштан был тәҡдимде хуплап, уны тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу комитетын һайларға һәм тиҙ көндә был йүнәлештә эш башларға кәрәклеген билдәләне.

Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева сығыш яһаны. Эльза Ҡәҙим ҡыҙы республикабыҙҙа яңы ғына старт алған “Айыҡ ауыл -2021” конкурсы положениеһы менән таныштырып, 30 сентябргә тиклем бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявка тултырып ебәрергә кәрәклеген белдерҙе. Был конкурста ҡатнашыу буйынса Асҡын районы бай тәжрибә туплап өлгөрҙө, шуға ла быйыл да эште йәнләндереп ебәрергә кәрәклеген әйтте.

Башҡорт Википедияһында эшләү тәжрибәһе менән был йүнәлештә әүҙем эшләүсе вики—ағинәйебеҙ Фәнирә Нәбиуллина бүлеште һәм ирешелгән уңыштар, һөҙөмтәләр, әле барған конкурстар тураһында һөйләне.

Алдар хәбәр итеүебеҙсә, былтыр Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре БР Башлығы грантына Башҡортостандың төньяҡ- көнбайыш райондарында шул иҫәптән беҙҙең Асҡын районында диалектологик материалдар һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор яҙмаларын йыйыу буйынса экспедицияла булғайны. Ғалимдар тарафынан башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының лингвистик торошо һәм төбәктәге фольклор үҙенсәлектәре өйрәнелде. Проект сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ- көнбайыш райондарына диалектологик экспедиция материалдары» һәм «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары фольклор текстары» тигән ике йыйынтыҡ донъя күрҙе.

Өс данала был йыйынтыҡтар районыбыҙға ла ҡайтарылды.  Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы шуларҙың береһен бөгөн Асҡын  биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Фәриҙә Сәлиховаға, икенсеһен  “Йәнтөйәк” гәзите мөхәррире Наилә Имаеваға тапшырҙы, береһе район башҡорттары ҡоролтайында ҡала.  Экспедиция материалдары менән танышырға теләүселәр булһа, китапханаға, район башҡорттары ҡоролтайына йәки “Йәнтөйәк” гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итә ала. Йыйынтыҡтар башҡорт теле ғилеме, айырыуса диалектология буйынса яңы эҙләнеүҙәрҙә ярҙам итерлек сығанаҡ булараҡ файҙаланыла ала. Фольклор йыйынтығы иһә был төбәктең халыҡ ижады картинаһын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Шулай итеп,  район башҡорттары ҡоролтайы  халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереү, сәләмәт айыҡ тормошто пропагандалау, районыбыҙҙың  арҙаҡлы шәхестәре исемен  мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эштәр  планлаштырҙы.

Наилә Имаева.                                                

 

Фәһемле фекерҙәр,   аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны
Фәһемле фекерҙәр,   аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны
Фәһемле фекерҙәр, аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны
Читайте нас: